ИҠТИСАД
14 Декабрь 2021, 14:23

Өфөлә ҙур ваҡиға көтөлә

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы бөтә ил иҡтисадын үҫтереүгә өҫтәмә этәргес бирәсәк.

Өфөлә ҙур ваҡиға көтөләӨфөлә ҙур ваҡиға көтөлә
Өфөлә ҙур ваҡиға көтөлә

15 – 18 декабрҙә Өфөлә төбәк һәм федераль власть вәкилдәрен, төрлө илдәрҙән эксперттарҙы һәм эшҡыуарҙарҙы берләштергән ваҡиға “Киләсәккә инвестициялар” халыҡ-ара бизнес аҙналығы” форумы уҙғарыла. Уның ойоштороусылары – Конгресс-бюро һәм Башҡортостан Хөкүмәте.

– Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә планлаштырылған саралар Башҡортостан ғына түгел, бөтә ил иҡтисадын үҫтереүгә өҫтәмә этәргес бирер, шулай уҡ эшҡыуарҙарға һәм барлыҡ бизнес берләшмәһенә һанлы үҙгәрештәр, технологик эволюция һәм халыҡ-ара кооперация менән бәйле байтаҡ һорауға яуап табырға ярҙам итер, тип ышанам, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Форумдың эш программаһы дүрт тематик көнгә бүленә. 15 декабрҙә – Technology, Export, “Технологик эволюция дәүерендә экспорт” тигән пленар ултырыш була. 16 декабрҙә – World, “Халыҡ-ара кооперация. Донъяны һәр кемгә асып” пленар ултырышы уҙғарыла. 17 декабрҙә иһә – Economy. “Лидерҙар ярышы. Дөйөм һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн конкурентлыҡ” пленар ултырышы үткәрелә һәм 18 декабрҙә Kazakhstan-Bashkortostan темаһы иғтибар үҙәгендә була.

Форум барышында шулай уҡ “ТЭФИ-Капитал” премияһын, Башҡортостандың “Беренселәр заманы” төбәк бизнес-премияһын тапшырыу, “Йыл экспортсыһы” һәм “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары-2021” конкурстарында еңеүселәрҙе бүләкләү, “Soul of Eurasia” халыҡ-ара музыка конкурсы менән таныштырыу, “Өфө” индустриаль паркын асыу һәм “Инвестиция сәғәте” тәртибендә республика Инвестиция комитеты ултырышын үткәреү күҙаллана.

Ҡаҙағстан Республикаһы Халыҡ-ара бизнес аҙналығының партнер иле буласаҡ. Ҡаҙағстан Премьер-министры А.А. Мамин етәкселегендә ҙур делегацияның килеүе көтөлә. Шулай уҡ Беларусь Республикаһынан делегация килә, Тажикстандан, Үзбәкстандан, Төркиәнән һәм башҡа илдәрҙән ҡунаҡтар килеүе күҙаллана.

Ваҡиға онлайн һәм офлайн тәртибендә уҙғарыла. Эш программаһы тотош иҡтисадҡа, экспортҡа, инвестицияға, ШОС һәм БРИКС илдәрендәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа арнала. Пленар ултырыштарҙы һәм сараларҙы https://ibw-bashkortostan.com/ сайтында ҡарарға мөмкин. Форум “Роспотребнадзор” талаптарын теүәл үтәп үткәрелә.

 

 

 

 

 

Фото: bashkortostan.ru/presscenter/news

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2021-12-14/f-l-ur-va-i-a-k-t-l-2619483
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас