ИҠТИСАД
9 Декабрь 2021, 06:52

“Башҡорт баҡырына” экскурсия

“Инженериада УГМК” конкурсында ҡатнашыусы уҡыусылар сәнәғәт предприятиеһында эштәр менән танышты #Башмедь #УГМК

“Башҡорт баҡырына” экскурсия“Башҡорт баҡырына” экскурсия
“Башҡорт баҡырына” экскурсия

1-се Аҡъяр мәктәбенең 7-8-9-сы кластар, Балалар ижады йорто һәм  Һамар ауылы мәктәбе уҡыусылары Петропавловка ауылы янындағы тау-руда етештереү предприятиеһы майҙансығында булды.

Балалар  карьерҙың күҙәтеү майҙансығынан  шахта самосвалдарының руда сығарғанын, артабан уның  эшкәртеүгә йүнәлтелгәнен ҡараны. Байыҡтырыу фабрикаһы  белгестәре уҡыусыларҙы  бөтә объект эше менән таныштырҙы. Улар руданың баҡыр һәм цинк концентратына әүерелеү сылбырын үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Фабриканың төп корпусында  руданың ҙур тирмәндәрҙә ваҡланыуын,  флотомашиналарҙың эшен ҡаранылар, әҙер концентратты тейәү процесы менән таныштылар.

Экскурсия бик йөкмәткеле булды, шуға балаларҙың ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына предприятие белгестәре бик теләп яуап бирҙе. Был экскурсия уҡыусыларға “Инженериада УГМК” конкурсында ҡатнашыу өсөн проекттар әҙерләүҙә ярҙам итәсәк.  Әле улар конкурс темаларын һайлаған, ә “Башҡорт баҡыры” предприятиеһынан һәр өс төркөмгә наставниктар бүленгән.  Ғинуарҙа конкурстың муниципаль этабы үтә, ә проекттарҙы яҡлау март айына планлаштырыла.


#Башмедь #УГМК

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас