ИҠТИСАД
8 Декабрь 2021, 11:11

2022 йылға Башҡортостан бюджеты 17,9 миллиард һумға арта

-

2022 йылға Башҡортостан бюджеты 17,9 миллиард һумға арта2022 йылға Башҡортостан бюджеты 17,9 миллиард һумға арта
2022 йылға Башҡортостан бюджеты 17,9 миллиард һумға арта

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың бюджет комитеты ултырышында депутаттар «2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында»ғы закон проектына төҙәтмәләрҙе ҡараны. Был төҙәтмәләрҙең күбеһе киләһе йылда фаразланған килем күләменең 17,9 миллиард һумға артыуына бәйле.

«Закон проектын һуңғы тапҡыр ҡарауға әҙерләнгәндә Башҡортостан Республикаһы Башлығы бик күп төҙәтмәләр индерҙе, — тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. — Улар алдағы өс йылға бюджет тураһында федераль закон ҡабул итеү һәм бушлай керемдәрҙең күләмен асыҡлау, шулай уҡ килем сығанаҡтарын, тәү сиратта табышҡа һалымды ҡайтанан ҡарау менән бәйле».

Шулай итеп, киләһе йылға килем — 246,2 миллиард һум, сығым — 267,6 миллиард һум, дефицит 21,4 миллиард һум күләмендә фаразлана. 

Парламент спикеры, дефицит ҡаплау сығанаҡтары менән тәьмин ителгән тип билдәләне.

«Дефицит күләме нормативтарға тап килә. Был маҡсатҡа быйыл файҙаланылмаған аҡса йүнәлтелә, — тине Константин Толкачев. — Шулай уҡ өс йылда дефицитты финанслау өсөн заем аҡсаһы, шул иҫәптән инфраструктура бюджет кредиттары йәлеп ителә».

 

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:
Читайте нас