Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
6 Декабрь 2021, 20:17

Һыйырҙар өсөн аҡса түләнәсәк

Баймаҡ районы ауылы халҡына компенсацияға өҫтәп, аҙыҡ-түлек йыйылмаһы ла биреләсәк. 

Һыйырҙар өсөн аҡса түләнәсәк
Һыйырҙар өсөн аҡса түләнәсәк

Быйыл ноябрь аҙағында Баймаҡ районының 1-се Төрөкмән ауылы халҡына ҙур бәлә килде. Бында йорт хайуандары араһында хәүефле сир – нодуляр дерматит табылды. Сир бик алама һәм йәнлектәр араһында тиҙ тарала. Шуға күрә ауылдың ғына түгел, унан ситтәге бик күп мал да хәүеф аҫтында ҡала.

Һөҙөмтәлә властар инфекцияны таратмау маҡсатында ауыл кешеләренең бөтә һыйырҙарын да юҡ итергә тигән ҡарар ҡабул итә. Шул уҡ ваҡытта сәләмәт малдарға вакцина ла ҡуйыла башланы. Әлбиттә, ауыл халҡына был оҡшап етмәй, әммә хәүеф арҡаһында ризалашырға тура килә.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев үткән аҙнала ауылға барған һәм халыҡ менән осрашҡан. Улар компенсация тураһында һөйләшкән.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошо турала һүҙ булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, урындағы халыҡ һәр үлтерелгән һыйыр өсөн Яңы йылға тиклем компенсация аласаҡ. Ул малдың баҙарҙағы хаҡы кимәлендә буласаҡ. Шулай уҡ кешеләргә аҙыҡ-түлек йыйылмалары ла таратыласаҡ, был тәүге мәлгә хужалыҡта тере мал булмауын компенсацияларға тейеш. Уның эсендә “Һөт кухняһы” тауарҙары ла ҡаралған.

– Был бик мөһим тема, сөнки 500-ҙән ашыу кеше йәшәгән ауыл малһыҙ тороп ҡалды. Мин Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминевҡа рәхмәтлемен, ул был мәсьәләне үҙаллы хәл итергә маташманы. Хәлде күрҙе һәм шунда уҡ ярҙам һорап беҙгә мөрәжәғәт итте. Ә беҙ тиҙ арала уны хәл иттек. Муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итәм. Ҡатмарлы эштәрҙе үҙегеҙ хәл итмәгеҙ. Бындай осраҡта – беҙ һеҙҙең таяныс. Төрөкмән кешеләре иһә Яңы йылға тиклем компенсация алырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.

Урал Килсенбаевҡа был мәсьәләне шәхси контролендә тоторға ҡушылды.

 

 

 

 

Фото: гайское-рув.рф

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-12-06/yyyr-ar-s-n-a-sa-t-l-n-s-k-2608476
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: