

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2022 йылда йәшәү минимумын мең һумға - 12 654 һумға тиклем арттырырға ҡушты, тип хәбәр итә ТАСС.
"Киләһе йылға федераль бюджет проектында хәҙер йәшәү минимумын 2,5 процентҡа индексациялау ҡаралған. Әлбиттә, был ғына етмәй, сөнки бындай параметрҙар һуңғы айҙарҙа күҙәтелгән ағымдағы инфляция кимәленән күпкә ҡалыша ", - тине ул.
Шулай уҡ президент 2022 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен 8,6 процентҡа – айына 13 890 һумға тиклем арттырырға ҡушты. Яҡын көндәрҙә Думаға минималь эш хаҡы күләмен һәм йәшәү минимумын арттырыу тураһында төҙәтмәләр индереләсәк.
Фото:ТАСС.