

Башҡортостанда һөт рейтингы төҙөлгән. Республиканың һыйырҙарҙың уртаса һөт етештереүсәнлеге буйынса Мәләүез районы (26,1 килограмм һөт күрһәткесе менән) был рейтингты етәкләй, ул. Шулай уҡ тәүге бишәү иҫәбенә Ейәнсура (24,4 кг), Учалы (22,9), Әбйәлил (22,9) һәм Ҡалтасы (22,4) райондары инде.
Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларында һәр һыйырҙан тәүлегенә уртаса 15,6 килограмм һөт һауыла. Был хаҡта 18 ноябргә ҡарата республиканың Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге хәбәр итә.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, һәр муниципалитетта һауым буйынса аныҡ хужалыҡтар алда бара, уларҙа инвестиция проекттары тормошҡа ашырылған, һөҙөмтәлә һауын көтөүе иҫәбе яңыртылған, заманса ҡорамалдар һатып алынған, мал аҙығы базаһы камиллаштырылған. Мәләүез районында - "Ашҡаҙар" ауыл хужалығы предприятиеһы һәм Салауат исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы, Ейәнсура - А7АгроРБ, Учалы районында - "Байрамғол агрофирмаһы", Әбйәлил районында - "Красная Башкирия" ауыл хужалығы етештереү кооперативы, Ҡалтасы районында "Еңеү" ауыл хужалығы предприятиеһы.
18 ноябргә ҡарата республика буйынса 678 мең тонна тауар һөтө һауылған, был былтырғыға ҡарағанда 23,3 мең тоннаға күберәк.
фото:Башинформ.