

Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы буйынса Атингән ауыл биләмәһе йыйылма-һүтелмәле йылытылған ангар алды.
Бында проектты тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индергәндәргә, аҡса йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡан Атингән ауыл халҡына рәхмәт әйтергә генә ҡала.
Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы йыл һайын дауам итеп, Атингән биләмәһендә ҡалған башҡа ҙур мәсьәләләрҙе лә хәл итергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.