ИҠТИСАД
13 Ноябрь 2021, 16:14

Ниндәй маҡсаттар менән йәшәй хәйбуллалар?

Илшат Үлйәбаев район территорияһында агротуризмды үҫтерергә күҙаллай. Ә Динә Ишемғолова Аҡъярҙа декор һәм аэродизайн студияһын асырға теләй.

Ниндәй  маҡсаттар менән йәшәй хәйбуллалар?Ниндәй  маҡсаттар менән йәшәй хәйбуллалар?
Ниндәй маҡсаттар менән йәшәй хәйбуллалар?

Эшҡыуар Илшат Үлйәбаев  Өфө ауыл биләмәһендә ҡунаҡ йорттары, бассейны булған ял зонаһын асырға планлаштыра. Ошонда уҡ ҡунаҡтар өсөн ҡымыҙ әҙерләү, йәғни ҡымыҙ терапияһын үҫтереү күҙаллана.

 

Халыҡҡа эш урындары булдырыу,  бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инвесторҙар йәлеп итеү, райондың үҙ брендын булдырыу маҡсатында Хәйбулла районында йүнәлешле эш алып барыла. Һәр аҙна онлайн форматта үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә үҙ эшен асырға теләк белдереүселәр ҙә, аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙар ҙа төрлө тәҡдимдәрен еткерә.

Илшат Үлйәбаев  “Эшҡыуарлыҡ сәғәтен”дә үҙ проектын тәҡдим итте. Ул 2007 йылдан эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Эшҡыуар белдереүенсә, инвестиция һалымдары туристар ағымын арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.

Ә Динә Ишемғолова Аҡъярҙа декор һәм аэродизайн студияһын асырға теләй.

Проект маҡсаты—студияны асыу өсөн ҡоролмалар алыуға бәйле сығымдарҙы ҡаплау өсөн инвестиция йәлеп итеү.

Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашыусыларға инвестиция проекттарына дәүләт ярҙам сараларын күрһәтеүгә варианттар өҫтөндә эшләргә ҡушылды.

 

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас