ИҠТИСАД
10 Ноябрь 2021, 09:24

Иң ҙур эш хаҡы ҡайҙа?

Өфө ҡалаһы  юғары эш хаҡы түләгән вакансия буйынса Мәскәүҙе уҙып киткән. Тулыраҡ ошо һылтанма аша инеп ҡарағыҙ  

Иң ҙур эш хаҡы ҡайҙа?Иң ҙур эш хаҡы ҡайҙа?
Иң ҙур эш хаҡы ҡайҙа?

Өфө ҡалаһы  юғары эш хаҡы түләгән вакансия буйынса Мәскәүҙе уҙып киткән тип хәбәр итте Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында 110 мең вакантлы урынды тикшергән SuperJob белгестәре. Мәҫәлән, Өфөлә нефть-газ компанияһында баш инженерға ай һайын кәмендә 500 мең һум түләргә әҙерҙәр.

 Шулай уҡ Өфөлә эш хаҡы рейтингы буйынса икенсе урында "1C" программисы вакансияһы иҫәпләнә. Уның эш хаҡы 110 мең һумдан кәм түгел.

Рейтингтың өсөнсө урынында - айына 100 мең һумдан алып эш хаҡы менән продакт-менеджер.

Өфөлә эш хаҡы 100 мең һум тәҡдим итеп,  офис мебеле етештереү буйынса ҙур компанияла юридик бүлек начальнигы һәм  85 мең һум эш хаҡы менән супервайзер вакансияһы бар.

Башинформ

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас