

Көҙ еткәс ҡоштар йылы яҡҡа осһа, Бәләкәй Арыҫланғол ауылында ҡырҙан өйөр - өйөрө менән ҡышлауға аттар ҡайта.
Күпләп мал аҫрау Вәзәм ауылы ир-егеттәренә хас һыҙат. Ауылда йорт һайын тиерлек йылҡы малы бар. Яҙҙан улар йәйге көтөүгә ҡырға ебәрелһә, ҡыш алдынан малҡайҙар үҫеп етеп, һомғолланып, ғорур атлап ауылға ҡайтып инәләр. Йәй осоронда улар ауыл старостаһы, ат ҡараусы Мөхтәр Суриндың ышаныслы ҡарауы аҫтында. Ат - ир егеттең уң ҡанаты, уны ҡарауы, аҫрауы еңелдән түгел, әммә күңелдәрендә эйәрле ат ятҡан Вәзәм ир-егеттәренә уның ауырлығы һиҙелмәй. Ир-егеттең эсендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, ти бит халыҡ мәҡәле лә!
#Айыҡауыл2021 #Трезвоесело2021
#Ҡоролтай#Курултай #Всемирныйкурултайбашкир
#Деньнародногоединства
#РЦНТРБ
#РеспубликанскийЦентрНародногоТворчества
#МКРБ#Уфа
#КультураХайбуллы2021
#МалоарслангуловскийСК