

Районда ауыл хужалығы техникаларын ҡышҡы һаҡлауға ҡуйыу тамамланды. Хәҙер ремонт эштәре башланды.
“Таналыҡ” ЯСЙ-һы, Б.Абдуллин, В.Власенко, И.Үлйәбаев, С.Лоскутов, Ю.Погорелов хужалыҡтарында техникалар әҙерлегенә һәр ваҡыт етди ҡарайҙар. Был хужалыҡтарҙа техниканы сифатлы ремонтлау һәм һаҡлау 2022 йылғы баҫыу эштәренә уңышлы әҙерлек нигеҙе булыуын яҡшы аңлайҙар.
Механизаторҙар үҙ эштәренә яуаплы ҡарай. Иген урыу, сәсеү, тупраҡ эшкәртеү агрегаттары таҙартылып, оҙайлы һаҡлауға ҡуйылған.
https://apkrb.info/press-service