ИҠТИСАД
5 Ноябрь 2021, 16:05

Башҡортостанда йылылыҡ өсөн хаҡ бер аҙ артты

/

Башҡортостанда йылылыҡ өсөн хаҡ бер аҙ арттыБашҡортостанда йылылыҡ өсөн хаҡ бер аҙ артты
Башҡортостанда йылылыҡ өсөн хаҡ бер аҙ артты

«БашРТС» йәмғиәте октябрь йомғаҡтары буйынса йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн иҫәпләүҙе тамамланы. Хәҙер ҡулланыусыларға квитанциялар таратыла башланы, тип хәбәр иттеләр компанияның матбуғат хеҙмәтенән.

«Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, дөйөм йорт йылылыҡ энергияһын иҫәпләү приборы булған йорттарҙа түләү хаҡы бер аҙ артты. Был 2021 йылдың октябрендә тыштағы һауа температураһының түбәнерәк булыуына бәйле, – тип белдерҙеләр «БашРТС»-та. – Иҫәпләгес булмаған йорттарҙа иһә норматив айлыҡ иҫәпләүҙәр йылытыу осоронда йәғни алдағы һигеҙ айҙа бер үк була».

Йылытыу өсөн түләүгә ниндәй факторҙарҙың йоғонто яһауын бында белергә мөмкин.

Фото:Валерий Шахов

Автор:Галина Бахшиева
https://bash.bashinform.ru/news/economy/2021-11-03/bash-ortostanda-yylyly-s-n-ha-ber-a-artty-2570656
Автор:
Читайте нас