

Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы Ғафури районының Архангелка ауылында тикшереү мәлендә һыйыр малының бик насар шарттарҙа аҫралыуын асыҡлауы тураһында хәбәр итә.
Ведомствоның дәүләт инспекторы фермер хужалығын тикшергәндә һыйырҙар аҫралған урында тиҙәктең тупланыуы, уның ситкә алып сығарып утилләштерелмәүе, малдарҙың биркалары, прививкалары булмауы асыҡланған.
Яуаплы шәхескә РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 10.6 статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы «хайуандарҙың карантины ҡағиҙәләрен боҙоу» статьяһы буйынса протокол төҙөлгән.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-10-22/bash-ortostan-rosselhoznadzory-t-b-kte-ber-auylynda-yyyr-maly-ot-os-os-sharttar-a-a-rala-2557007