ИҠТИСАД
24 Октябрь 2021, 15:19

"Инвестсәғәт" онлайн рәүештә үтте

Был юлы Хәйбулла эшҡыуарҙары нимә тәҡдим итте?

"Инвестсәғәт" онлайн рәүештә үтте"Инвестсәғәт" онлайн рәүештә үтте
"Инвестсәғәт" онлайн рәүештә үтте
Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбировтың һәр кесаҙна төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, уларға уңайлы инвестиция мөхите булдырыу, эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим итеү маҡсатында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү бурысы район-ҡалаларҙа уңышлы тормошҡа ашырыла.
 
Ошо көндәрҙә Хәйбулла районында "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" онлайн форматта үтте. Хәйбулла район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов етәкселегендә үткән сираттағы кәңәшмәлә ике проект тәҡдим ителде.
 
Тәүге проектты 2012 йылдан районда туризм өлкәһендә үҙ эшен башлаған Ринат Таулыҡаев тәҡдим итте. Ул туризмды үҫтереү маҡсатында "тәгәрмәсле" мунса, ике мангал урыны булған һигеҙ кешелек беседка төҙөү өсөн ярҙам һораны. Проект хаҡы - 200  мең һум. 
 
Эшҡыуар Лилиә Савельеваның проекты - төҙөлөш материалдарын етештереү. Йылдан-йыл халыҡта төҙөлөш материалдарына ихтыяждың артыуы күҙәтелә. Бөгөн күптәр үҙ йортон төҙөүҙе хуп күрә, шуға күрә эшҡыуар әле эшләп торған  «Торгово-строительная компания Металл-Профиль» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен киңәйтеп, цехта йәнә пенополистироль блоктар етештеүҙе планлаштыра. Шуға күрә проектты тәҡдим иткән эшҡыуарҙың теләген аңларға була. Проекттың дөйөм хаҡы 843 һум тәшкил итә һәм бер нисә кешегә өҫтәмә эш урыны булдырыласаҡ.
 
Кәңәшмә барышында уларҙың проекттарын тормошҡа ашырыу маҡсатында бар яҡлап ярҙам күрһәтеү бурысы ҡуйылды. Бындай сараларҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ул биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарына, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
 
 
 
 
 
Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-10-24/invests-t-onlayn-r-esht-tte-2558214
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас