ИҠТИСАД
23 Октябрь 2021, 05:18

Кесе һәм урта бизнесы хеҙмәткәрҙәренә ярҙам бүленә

Аҡса алыу өсөн  2021 йылдың 1 ноябренән 15 декабргә тиклем ғаирза тапшырырға кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт - сайтта.

Кесе һәм урта бизнесы хеҙмәткәрҙәренә ярҙам бүленәКесе һәм урта бизнесы хеҙмәткәрҙәренә ярҙам бүленә
Кесе һәм урта бизнесы хеҙмәткәрҙәренә ярҙам бүленә

БР Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, Рәсәй Хөкүмәте зыян күргән өлкәләрҙең кесе һәм урта бизнесы хеҙмәткәрҙәренә һәр рәсми рәүештә эшкә алынған хеҙмәткәренә берәр федераль МРОТ, йәғни 12 792 һум аҡса түләргә ҡарар ҡабул итте РФ Президентының 2021 йылдың 20 октябрендәге 595-се Указына ярашлы, яңы коронавируслы сирҙе таратмау маҡсатында 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем Рәсәйҙә ял көндәре иғлан ителде.

Аҡса алыу өсөн ғаризаны 2021 йылдың 1 ноябренән 15 декабргә тиклем Федераль һалым хеҙмәтенең  nalog.ru сайтында шәхси кабинет аша тапшырырға кәрәк. Түләүҙәр 15 ноябрҙән мөрәжәғәт иткәндән һуң 8 көндән башланасаҡ. Аҡсаны кире ҡайтарыу кәрәкмәй.

 

Был грант СОНКО һәм бизнестың түбәндәге зыян күреүсе өлкәләренә биреләсәк:

▪мәҙәниәт, күргәҙмә, конференция һәм күңел асыу ойошмалары,

▪спорт,

▪ҡунаҡхана бизнесы,

▪йәмәғәт туҡланыуы,

▪өҫтәмә белем биреү,

▪көнкүреш хеҙмәттәре,

▪автомобиль һәм һыу транспорты.

Деталләшкән ОКВЭД ошо арала донъя күрәсәк.

 

 

 

https://bash.bashinform.ru/articles/economy/2021-10-22/zyyan-k-rg-n-lk-l-r-e-kese-m-urta-biznesy-he-m-tk-r-ren-12-me-um-a-sa-birel-s-k-2556534

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас