

Яңы аҡсалата ярҙам федераль программаһы ярҙамында 700 эш биреүсе 1 124 эшһеҙ кешене эшкә урынлаштырҙы. Тағы ла 1 154 эш биреүсе, эшһеҙҙәрҙе үҙҙәренә алып, штаттарын арттырырға уйлай.
5 октябрҙән субсидиялар биреүҙә үҙгәрештәр көсөнә инде. Уларға ярашлы, эш биреүселәрҙең эшһеҙҙәрҙе эшкә алған өсөн дәүләт ярҙамы алыуы мөмкин. Хәҙерҙән башлап эш биреүсе мәшғүллек үҙәктәрендә 2021 йылдың 1 авгусынан иҫәптә торған эшһеҙҙәрҙе дәүләт ярҙамында эшкә урынлаштыра аласаҡ. Элек уҡыу йортон тамамлағандарҙы ғына дәүләт ярҙамында эшкә урынлаштырыу ҡаралһа, хәҙер мәшғүллек үҙәгендә ҡасан теркәлеүенә ҡарамаҫтан, инвалидтар, яңғыҙ һәм күп балалы ғаиләләр ҙә программанан файҙалана ала. Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән үҙгәрештәр социаль яҡтан аҙ яҡланған ҡатламды эшле итеүгә булышасаҡ, дәүләт ярҙамын алған эш биреүселәр һанын арттырасаҡ. Яңыраҡ Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәттең селектор кәңәшмәһендә эшһеҙ граждандарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса Башҡортостанды лидерҙар рәтенә индерҙеләр.
Эш биреүсе гражданды эшкә урынлаштырғандан һуң өс этапта түләүҙәр аласаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында 2024 йылға ошондай мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк буласаҡ: хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү нигеҙҙәрен өйрәнеүгә йүнәлтелгән кадрҙар әҙерләү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән, һанлы технологияларҙы һәм платформалы ҡарарҙарҙы файҙаланыу менән; хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешенә ҡамасаулаған норматив-хоҡуҡи һәм административ сикләүҙәрҙе ҡыҫҡартыу, шулай уҡ иҫкергән һәм етештереүсәнһеҙ эш урындарын алмаштырыу юлы менән.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.