

Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы, Хәйбулла райондарында мелиорация системаһын төҙөү проектын Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индергәндәр. Әлеге башланғыс менән “Зауралье Агро”МТС”-ы сыға. Инвестиция күләме 3,6 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов һөйләне.
Әлеге проект сиктәрендә 10 мең гектар майҙанға мелиорация системаһы төҙөү планлаштырылған. Был майҙанда соя, кукуруз, ужым һәм ярауай культуралар, көнбағыш сәсеү ҡарала. Урал аръяғында ерҙәр уңдырышлы, ужым культураларының юғары сортлыһын – ҡаты боҙайҙы сәсергә мөмкин. Әммә ҡоролоҡ арҡаһында был төбәктә сәсеү майҙаны кәмегәндән кәмей. Был проект 170 кешене эш менән тәьмин итәсәк, - тип билдәләне Рөстәм Моратов.
Инвесторға иһә ауыл хужалығы техникаһын һәм йыһазландырыу һатып алыуға, мөлкәткә һәм һалымға ташламалар ҡаралған.
фото: mcx.gov.ru