ИҠТИСАД
6 Октябрь 2021, 17:59

Подольск ауылына ҡағылышлы мәсьәлә ҡаралды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” форматында тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда масштаблы инфраструктуралы проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышыу булды. Шулай   уҡ унда “Башҡорт баҡыры” компанияһының (“УГМК-холдинг” йәмғиәтенә инә)  генераль директоры Александр Туленков Хәйбулла районы Подольск ауылының яңы микрорайонын комплекслы төҙөү концепцияһын тәҡдим итте.

Подольск  ауылына ҡағылышлы мәсьәлә ҡаралдыПодольск  ауылына ҡағылышлы мәсьәлә ҡаралды
Подольск ауылына ҡағылышлы мәсьәлә ҡаралды

 “Башҡорт баҡыры” компанияһының (“УГМК-холдинг” йәмғиәтенә инә)  генераль директоры Александр Туленков Хәйбулла районы Подольск ауылының яңы микрорайонын комплекслы төҙөү концепцияһын тәҡдим итте. Был инициативаны  2019 йылда УГМК холдинг башлаған Рәсәйҙәге иң ҙур баҡыр-цинк ятҡылығын эшкәртеү сиктәрендә тормошҡа ашырыу күҙаллана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Подольск ауылын күсереү буйынса проект перспективаһы буйынса Радий Хәбиров 2019 йыл аҙағында Хәйбулла районында эш сәфәре менән булғанда ауыл халҡы менән фекер алышҡайны.

Бында  Подольск ауылы янында өр-яңы ауыл төҙөү тураһында һүҙ бара ине.  Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәриповтың һүҙҙәре буйынса,  муниципалитет өсөн был  мөһим инфраструктур проекттарҙың береһе.

Александр Туленков  белдереүенсә, проект буйынса 1084 кеше йәшәгән Подольск ауылы халҡы өсөн 198 торлаҡ йорт, шулай уҡ социаль әһәмиәттәге объекттар төҙөү планлаштырыла.

Республика башлығы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә “Башҡорт баҡыры” компанияһы һәм Хәйбулла районы хакимиәте менән берлектә бер аҙна эсендә проектты ҡарап, тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

--УГМК Холдингы—беҙҙең стратегик партнер. Беҙгә компанияның масштаблы социаль проектына булышлыҡ итеү мөһим.  Шул уҡ ваҡытта проектты халыҡтың мәнфәғәтен иҫәпкә алып тормошҡа  ашырырға тейешбеҙ,-тип билдәләне Рпдий Хәбиров.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас