

Район һәм ҡалаларҙа “Урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке” тигән исем менән көҙгө йәрминкәләр дауам итә. Һатыуҙа йәрминкәләрҙең йәме булған кәбеҫтәләргә һорау бигерәк тә ҙур. Быйыл уларҙың хаҡы ла бер аҙ күтәрелгән.
Баймаҡ районында йәшелсәселек тармағында шөғөлләнгән эшҡыуарҙар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Әбделкәрим ауылынан Римма Йәнегетова һәм уның ире Әбйәлил Ерҡолов ошо кәсепте күптән үҙләштергән. Иртә яҙҙан был уңған ғаиләнең ҡыярҙары һатыуға сыға, көҙөн иһә улар үҫтергән кәбеҫтәгә һорау арта.
– Юҡҡа ғына иремдең фамилияһы “ер ҡорто” тигәнде аңлатмайҙыр. Ул ерҙә ҡаҙынырға, баҡсасылыҡ менән булышырға ярата. Күпселек эште үҙе башҡара, кәңәштәрен дә бирә. Йәшелсә үҫтереү еңелдән түгел, эше ауыр. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем тир түкмәйенсә, уңыш алып булмай. Миҙгелле кәсеп булғас, табышы ла ваҡытлыса, – ти Римма Миҙәхәт ҡыҙы.
Районда тәүгеләрҙән булып һатыуға сыҡҡан ҡыярҙары бөтөүгә, теплицаларында помидорҙары өлгөрә. Артабан төп көс кәбеҫтәне тәрбиәләүгә йүнәлтелә. Быйыл улар өс гектар кәбеҫтә ултыртҡан, бер гектар майҙанда картуф сәскән.
Кәбеҫтә баҫыуының алыҫтан бер аҙ күкһелерәк булып ултырыуын ошоға тиклем күрергә тура килгәне юҡ ине. Ауылға боролғас та, кәбеҫтә баҫыуы әллә ҡайҙан күҙгә салына. Римма Йәнегетова әйтеүенсә, улар йәшелсәне, өлгөрөүенә ҡарап, өс сорт сәскән. Беренсеһе тиҙ өлгөрә торған булһа, ҡалғандары аҡрынлап үҫә. “Йыл ҡоро булыуға ҡарамаҫтан, кәбеҫтәләрегеҙ уңған түгелме?” тигән һорауға: “Быйыл һыу һиптереү ҡоролмаһы алдыҡ, шул ныҡ ярҙам итте”, – тип яуап бирҙе хужабикә.
Икенсенән, кәбеҫтә инде өлгөрҙө тигән мәлдә генә күбәләктәрҙең ябырылыуы ла йәшелсә үҫтереүселәргә ярайһы уҡ зыян килтергән. “Ярай әле ваҡытында унан ҡотолоу әмәлен таптыҡ. Юҡһа, бар уңышты харап итер ине”, – ти улар.
Һәр йыл йәшелсәгә һәм еләк-емешкә баҙар хаҡты үҙе ҡуя, тигәндәй, быйыл кәбеҫтәнең хаҡы юғары, шуға күрә урындан уҡ килеп алыусылар күп, күмәртәләп тә алып китәләр. Үҙҙәре лә ял һайын Йылайыр, Баймаҡ баҙарына алып сыға. Иң мөһиме – сифатлы, тәмле һәм урында үҫкән йәшелсәгә һәр саҡ һорау бар һәм киләсәктә лә буласаҡ. Тик уны Римма Йәнегетова кеүек, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ергә йыбанмай эйелеп, тәрбиәләргә теләгән кешеләрҙең булыуы ғына кәрәк. Ул сағында өҫтәлдәрҙә сит илдән килтерелгән сифатһыҙ емеш-еләк, йәшелсә урын алмаҫ, ә “урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке” булған йәшелсә өҫтөнлөк итер.
- Кәримә УСМАНОВА
https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2021-10-05/k-y-me-k-be-t-2531303