ИҠТИСАД
4 Октябрь 2021, 18:03

Район эшҡыуарҙары менән осрашыу

Унда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә дәүләт ярҙамы тураһында мәғлүмәт еткерелде

Район эшҡыуарҙары менән осрашыуРайон эшҡыуарҙары менән осрашыу
Район эшҡыуарҙары менән осрашыу

Район бизнес-шерифы Наил Байғусҡаров район эшҡыуарҙары менән осрашыу үткәрҙе.

Ул  бизнес өлкәһендә ғәмәлдәге дәүләт ярҙам саралары тураһында тулы мәғлүмәт еткерҙе. Быйылға эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса муниципаль программа шарттары  тураһында ла һүҙ алып барылды.

Социаль эшҡыуарлыҡ осрашыуҙың төп темаһы булды.  Осрашыу аҙағында эшҡыуарҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарға яуап ала алды.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас