ИҠТИСАД
30 Сентябрь 2021, 16:39

"Минең экспорт" платформаһында яңы мөмкинлектәр асыла

Сервис экспортерҙар өсөн генә түгел, ә тауар менән тәьмин итеүселәргә лә файҙалы буласаҡ.

"Минең экспорт" платформаһында яңы мөмкинлектәр асыла"Минең экспорт" платформаһында яңы мөмкинлектәр асыла
"Минең экспорт" платформаһында яңы мөмкинлектәр асыла

“Рәсәй экспорт үҙәге” йәмғиәте “Бер тәҙрә” (“Минең экспорт” һанлы платформаһы) мәғлүмәт системаһындағы яңы сервисы өсөн экспортҡа ярҙам итеү хеҙмәттәре күрһәткән компанияларҙы йәлеп итеүҙе башлай. Был сервис экспортерға “Бер тәҙрә”лә алған хеҙмәтләндереү йыйылмаһын киңәйтеүгә булышлыҡ итә.  

Беренсе этапҡа экспортерҙарға хоҡуҡи ярҙам буйынса хеҙмәттәр, шулай уҡ логистик хеҙмәттәр, сит илдәрҙә һатып алыусыларҙы эҙләү һәм сит ил маркетплейстарҙа урынлаштырыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүселәр саҡырыла.

Экспортерҙарға хеҙмәт күрһәтергә теләгән һәр компания алдан аккредитация үтәсәк.

– Яңы хеҙмәттең маҡсаты – экспортҡа ярҙам итеү буйынса юғары сифатлы төрлө коммерция хеҙмәттәрен файҙаланыу мөмкинлеген булдырыу. “Бер тәҙрә” сиктәрендә экспортер ошо йүнәлештәге барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итә алған үҙ эшенең оҫтаһын таба алһын өсөн экспорт консалтингы хеҙмәттәрен күрһәткән Рәсәй һәм сит ил базаһын булдырырға тырышабыҙ. Барлыҡ компаниялар-кандидаттар хоҡуҡи мөмкинлектәрен, компетенцияларын һәм тәжрибәләрен тикшереүҙе үҙ эсенә алған аккредитация һөҙөмтәләре буйынса индерелә. Был баһа асыҡ һәм билдәле тәртип буйынса үткәрелә, – тип һөйләне Уҙаҡташлыҡ инфраструктураһы буйынса директор Мария Котовская.

– Проектты тормошҡа ашырыуҙың бер маҡсаты – ойошҡан экспорт консалтингы баҙарын булдырыу. Был “Минең экспорт” һанлы платформаһы экосистемаһы сиктәрендә экспортҡа ярҙам итеүҙең мөһим өлөшө, – ти Алексей Михайлик.

 Сервис экспортерҙар өсөн генә түгел, ә тауар менән тәьмин итеүселәргә лә файҙалы буласаҡ. Шулай уҡ ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итәсәк.

Сервистың эшләй башлауы һәм платформала үҙеңдең компанияң тураһында  хеҙмәттәр урынлаштырыу өсөн https://www.exportcenter.ru/partnyerskaya-programma-rets/agentam/ һылтанмаһында ғариза ҡалдыра алаһығыҙ.

 

 

 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://foreign.bashkortostan.ru/presscenter/news/397621/


#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-09-30/mine-eksport-platforma-ynda-ya-y-m-mkinlekt-r-asyla-2525941

Автор:Рәмилә Мусина
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас