ИҠТИСАД
28 Сентябрь 2021, 09:58

Өфө – Ырымбур араһын елеп кенә үтәһе

Ике ҡала араһында тимер юлы бәйләнеше өҙөлөүгә 11 йыл булған икән. БР Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, хәҙер кешеләр уңайлы транспортта елдәй елеп кенә барып етәсәк.

Өфө – Ырымбур араһын елеп кенә үтәһеӨфө – Ырымбур араһын елеп кенә үтәһе
Өфө – Ырымбур араһын елеп кенә үтәһе

«Урал транспорты» форумында  ВДНХ-Экспо үҙәге һәм Өфөнөң тимер юлы вокзалы араһында телекүпер режимында Өфө – Ырымбур маршруты буйынса яңы тиҙлекле «Орлан» поезын ебәрҙеләр.

«Был яңы маршрут ике төбәк араһында халыҡҡа уңайлы поезда йөрөргә мөмкинлек бирә. Бизнес үҫешенә лә файҙалы буласаҡ. Тиҙҙән беҙ Көнсығыш һәм Көнбайыш экспрестарын да юлға сығарасаҡбыҙ», – тине республика етәксеһе.

«Өфө – Ырымбур» араһын тиҙлекле поезд ни бары алты сәғәттә үтә. Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Күмертау ҡалаларында туҡтай.

«Орлан» пассажирҙар менән тулы булыр, тигән өмөттә етәкселек.

Фото: «Башинформ».

https://belizv-bash.ru/news/ekonomika/2021-09-28/f-yrymbur-ara-yn-elep-ken-t-e-2522145

Автор:
Читайте нас