ИҠТИСАД
28 Сентябрь 2021, 16:52

11 объекттың һигеҙе әҙер

Милли проекттың төп маҡсаты – юлдарҙа кешеләр үлемен кәметеү.  

11 объекттың һигеҙе әҙер11 объекттың һигеҙе әҙер
11 объекттың һигеҙе әҙер

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә 11 объект ремонты планлаштырылған. Әлеге ваҡытта уларҙың һигеҙе тулыһынса әҙер. Әрмән урамында юл япмаһын төҙөкләндерәләр, Ухтомский урамында асфальт йәйәләр һәм бордюр таштары ҡуялар, Нуғай шоссеһында юл тамғалары һыҙалар. Быйыл милли проект буйынса ремонтланған объекттарҙың дөйөм оҙонлоғо 20,4 километр тәшкил итә.

Бынан тыш, республикала 2019 һәм 2020 йылдарҙа башланған ҙур капитал талап иткән проекттарҙы тормошҡа ашырыу ҙа дауам итә. Был Ағиҙел йылғаһы аша Воровский урамы янында яңы күпер төҙөү (20.12.2021 йылда файҙаланыуға тапшырыла), 8 Март һәм Комсомол урамдарын төҙөкләндереү (20.11.2021 йылда тамамлана), Ибраһимов бульварының капиталь ремонты (20.12.2022 йылда тамамлана), Һәҙиә Дәүләтшина бульварында капиталь ремонт (29.10.2021 йылда тамамлана), Галле ҡалаһы урамы участкаһы ремонты (15.10.2021 йылда тамамлана).

Шулай уҡ 2021 йылда Зинин ауылы янында транспорт айырсаһы төҙөү (2023 йылға тиклем), М-5 “Урал” трассаһынан Нуғай шоссеһына ҡушылған урынға тиклем автомобиль юлы (2023 йылға тиклем), Высотная урамынан Степан Кувыкина урамына тиклем Эшсе хәбәрселәр урамы өлөшөн төҙөкләндереү (2022 йылға тиклем) башланды.

Баш ҡалала республиканың территориаль заказы сиктәрендә ремонтланған участкалар ҙа бик күп. Бөгөнгә ҡарата ремонт эштәре туғыҙ урам-юл селтәрендә тамамланған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хәүефһеҙ һәи сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла. Уның төп маҡсаты – юлдарҙа кешеләр үлемен кәметеү.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:bash.news

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-09-27/11-ob-ektty-ige-e-er-2521855
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас