ИҠТИСАД
24 Сентябрь 2021, 11:13

15 октябрҙән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башлана

Был масштаблы сараның ваҡыты  пандемияға бәйле, бер нисә тапҡыр шылдырылғайны. Хәҙер ул 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем уҙасаҡ.

15 октябрҙән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башлана15 октябрҙән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башлана
15 октябрҙән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башлана

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Уның эшендә район ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡ иҫәбен алыу масштаблы сараһы, пандемияға бәйле, бер нисә тапҡыр күсерелде.  Районда был мөһим сараға әҙерлек эштәре махсус төҙөлгән комиссия етәкселегендә бара.

Район территорияһында  9 иҫәп алыу һәм 55 хисаплау участкалары булдырылған.  Уртаса һәр иҫәп алыусыға 550 кеше тура килә.  Йән иҫәбе алыу кампанияһы барышында   резервты иҫәпкә алып, йәмғеһе 84 кеше йәлеп ителә.

Рөстәм Динислам улы ауыл биләмәләре башлыҡтары алдына  халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү өсөн барлыҡ шарттар булдырыу бурысын ҡуйҙы.

 

Администрация Хайбуллинского района

 

 

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас