ИҠТИСАД
15 Сентябрь 2021, 11:52

Һайлау участкаһы әҙерлек һыҙығында

Район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 3203-сө һайлау участкаһында 13 кеше тәүге тапҡыр тауыш бирә. Һайлаусыларҙың  араһында 80 йәштән өлкәндәр—18 кеше. Иң олоһо -- 91 йәшлек Рәйсә Фәхриева.

Һайлау участкаһы әҙерлек һыҙығындаҺайлау участкаһы әҙерлек һыҙығында
Һайлау участкаһы әҙерлек һыҙығында

Район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 3203-сө һайлау участкаһында  төп сәйәси ваҡиғаға --Дәүләт Думаһы депутаттарын, шулай уҡ  биш һайлау округы буйынса  Хәйбулла районы муниципаль районының урындағы үҙидаралыҡ вәкәләтле органдары  депутаттарын өҫтәмә һайлауға әҙерлек эше тамамланған. Әйткәндәй, был иң ҙур һайлау участкаларының береһе. Исемлек буйынса 588 һайлаусы теркәлгән.

Участка һайлау комиссияһы рәйесе, Азамат Бохарбаев, 10 йылға яҡын ошо яуаплы вазифаны башҡара.

-- Һайлауға әҙерлек эштәре тулы кимәлдә тамамланды. Ике сейф булырға тейеш, видеотеркәү тоташтырылған. Участка һайлау комиссияһы ағзалары махсус курстар үтте, һәр береһе үҙ эшен яҡшы белә. Өс көн дауамында барған тауыш биреү көнөндә күҙәтеүселәр, Өфө ҡалаһынан ике полиция вәкиле буласаҡ.

Район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан һайлау участкаһында 13 кеше тәүге тапҡыр тауыш бирә. Һайлаусыларҙың  араһында 80 йәштән өлкәндәр—18 кеше. Иң олоһо -- 91 йәшлек Рәйсә Фәхриева. Өйҙәрендә тауыш бирергә теләүселәр өсөн күсмә тауыш биреү ойошторола. Заявка биреүселәр бар.

Тауыш биреү биналарында һәм һайлаусыларҙың өйөнә барғанда коронавирус инфекцияһы таралыуына бәйле,  хәүефте иҫкәртеү саралары күреләсәк. Бының өсөн барлыҡ участка комиссиялары ағзалары шәхси һаҡлау саралары:  бер тапҡыр ҡуллана торған битлек, бирсәткә, бер тапҡыр кейә торған  медицина халаттары ҡулланасаҡ, ә биттәрендә һаҡлағыс пластик экран буласаҡ. Бынан тыш,  тауыш биреү биналарында, һайлаусыларға бюллетендәр биреү урындарында өҫтәлгә һаҡлағыс экрандар ҡуйыла, ҡулдар дезинфекциялана,  тауыш биреү кабиналары, ишектәр тотҡалары антисептик менән эшкәртеләсәк һәм башҡалар.

Һайлаусыларҙың санитар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында  уларға бер тапҡыр ҡуллана торған битлек һәм бирсәткә, һәр береһенә ручка бирелә,,--тине Азамат Бохарбаев.

3203-сө һайлау участкаһы өс көн 17,18,19 сентябрҙә сәғәт 8.00-ҙән-20.00-гә тиклем эшләй. Дәүләт Думаһы депутаттары өсөн тауыш бирергә рәхим итегеҙ!

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас