ИҠТИСАД
11 Сентябрь 2021, 15:43

Республика Башлығы сибайҙарҙы ҡотланы

Кисә Радий Хәбиров Сибай халҡын Ҡала көнө менән ҡотланы һәм бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.  

Республика Башлығы сибайҙарҙы ҡотланыРеспублика Башлығы сибайҙарҙы ҡотланы
Республика Башлығы сибайҙарҙы ҡотланы

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Урал аръяғының баш ҡалаһы Сибай бер көнгә иҡтисади, мәҙәни һәм кәсепселек үҙәгенә әйләнде. Бында III Бөтә Рәсәй "Урал аръяғы-2021" инвестиция һабантуйы үтте. Бәхетленең ҡунағы бер көндә, тигәндәй, сибайҙар бер юлы Ҡала көнөн дә билдәләне.

Сибайҙарҙың шатлығын уртаҡлашырға республика Башлығы Радий Хәбиров та килде һәм ҡала халҡын байрам менән ҡотланы.

- Ысын күңелдән барлыҡ Сибай халҡын иҫ киткес байрам менән ҡотлайым! Мин Сибайға һәр саҡ ҙур теләк менән киләм. Беҙ бергәләп ҡала өсөн ауыр ваҡыттарҙы үткәрҙек, Сибайҙағы киҫкен экологик  осорҙо бергә күтәрҙек. Әле коронавирус пандемияһы осоронда йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ. Сибайҙың иҡтисади-социаль үҫеш  мәсьәләләрен һәр саҡ бергә хәл итәбеҙ, - тине Радий Хәбиров. - Бөгөн беҙ ҡаланың нисек үҙгәреүенә шаһит булдыҡ: яңы парк, скверҙар барлыҡҡа килә, юлдар төҙөкләндерелгән. Аҡрынлап иҡтисад үҫешә, халыҡтың эш хаҡы арта. Башҡортостан Хөкүмәте һеҙгә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер, сөнки Сибайҙа һәм Урал аръяғында эшһөйәр, ышаныслы һәм лайыҡлы халыҡ йәшәй. Байрам менән!

Республика Башлығы бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын, шулай уҡ "Урал аръяғы тауышы.Балалар" шоу-проектының икенсе миҙгеле еңеүсеһе Карина Тажетдиноваға 200 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Сибай концерт берекмәһе артистары Ғаяз Ғәйетбаев менән Рәзилә Нәбиуллина "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" исеменә лайыҡ булды.

Радий Хәбиров шулай уҡ Премьер-министр Андрей Назаров, Сибай ҡалаһы башлығы Рөстәм Афзалов менән берлектә III Бөтә Рәсәй "Урал аръяғы-2021" инвестиция һабантуйы хөрмәтенә иҫтәлек плитәһе һалыуҙа ҡатнашты.

Ҡала көнө республика йондоҙҙарының һәм Мәскәү ҡунағы Валерияның сағыу концерты һәм фейервейк менән тамамланды.

 

 

 

Фото: Олег Яровиков.

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-09-11/respublika-bashly-y-sibay-ar-y-otlany-2501383
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас