ИҠТИСАД
11 Сентябрь 2021, 18:34

Хәйбулла районы делегацияһы Сибайҙа инвестиция һабантуйында ҡатнашты

30-ҙан ашыу кешенән торған район делегацияһы “Урал аръяғы-2021”өсөнсө  Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы эшендә ҡатнашты. Мәртәбәле сара стратегик инициативалар агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан ойошторолдо.

Хәйбулла районы делегацияһы Сибайҙа инвестиция һабантуйында ҡатнаштыХәйбулла районы делегацияһы Сибайҙа инвестиция һабантуйында ҡатнашты
Хәйбулла районы делегацияһы Сибайҙа инвестиция һабантуйында ҡатнашты

Муниципаль район хакимиәтенең иҡтисад блогы белгестәре дискуссия майҙансыҡтарында, түңәрәк өҫтәлдәрҙә, стратегик сессиялар эшендә ҡатнашты.

Район үҙ тирмәһен ҡуйып,  мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре тарафынан Хәйбулла бренды—Әбеш һәм Яңы Ергән ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләгән башҡорт милли ризығы ҡорот унда төп урынды биләне. Бынан тыш, хәйбуллалар милли аш-һыу республика конкурс-фестивале—гастрономия фестивалендә кулинар изделиелар тәҡдим итте.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас