ИҠТИСАД
10 Сентябрь 2021, 17:36

Сибай – эшлекле үҫеш үҙәге

*

Сибай – эшлекле үҫеш үҙәгеСибай – эшлекле үҫеш үҙәге
Сибай – эшлекле үҫеш үҙәге

Әле Сибай ҡалаһында III Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы-2021” инвестиция һабантуйы - эшлекле форум бара. Сара Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ҡатнашлығында ойошторола.  

Форумда ҡатнашыусылар, спикерҙар, форум ҡунаҡтары сәнәғәт, эске туризм үҫеше, ауыл хужалығы, шулай уҡ башҡа йүнәлештәргә арналған стратегик сессияларҙа ҡатнаша. Сәйәсмәндәр, инвесторҙар, төбәк һәм федераль учреждениеларҙың, Рәсәйҙең бизнес-структуралары вәкилдәре, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән тыш, инвестһабантуйҙа сит ил ҡунаҡтары ла сығыш яһай.

Бөр һүҙ менән әйткәндә, Сибай бер нисә көнгә эшлекле үҫеш һәм иҡтисади үҙәккә әүерелде. Бында шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының инвестиция ҡеүәте күргәҙмәһе эшләй.

Шуны ла билдәләргә кәрәк: барлыҡ саралар коронавирус пандемияһы шарттарында "Роспотребнадзор"ҙың талаптарын теүәл үтәп ойошторола.

 

 

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2021-09-10/sibay-eshlekle-esh-ge-2500137
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас