ИҠТИСАД
9 Сентябрь 2021, 16:36

Ҡоролоҡтан зыян күргән райондар ярҙам аласаҡ

Ҡоролоҡтан иң ҙур зыян күргән Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары аграрийҙарына ярҙам итер өсөн республика бюджетынан 75 милион һум аҡса бүленәсәк.  

Ҡоролоҡтан зыян күргән райондар ярҙам аласаҡҠоролоҡтан зыян күргән райондар ярҙам аласаҡ
Ҡоролоҡтан зыян күргән райондар ярҙам аласаҡ

Радий Хәбировтың Башҡортостан халҡы менән тура бәйләнеше ваҡытында ауыл хужалығына бәйле һорауҙар ҙа булды. Башлыса ул быйылғы ҡоролоҡ һәм зыян күргән төбәктәргә ярҙам мәсьәләһенә ҡағылды.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, ҡоролоҡтан иң ҙур зыян күргән Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары ярҙам аласаҡ. Был турала Ауыл хужалығы министры менән бер нисә ҡарарҙар ҡабул ителгән дә.

– Кешеләр һәм фермерҙар малдарын һуя башлар һәм мал башы кәмер тип хафаланабыҙ. Беҙ хатта уларҙы һатып алырға һәм ҙур хужалыҡтарға бирергә әҙербеҙ. Шәхси хужалыҡтарға республика бюджетынан һатып алынған мал аҙығы сығымдарының 50 процентын субсидиялаясаҡбыҙ. Орлоҡ һатып алыу сығымдары ла яртылаш субсидияланасаҡ. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы әйтеүенсә, быйыл йыйған уңыштары хатта орлоҡ өсөн дә етмәйәсәк. Был дүрт райондың аграрийҙарына ярҙам итер өсөн республика бюджетынан 75 милион һум аҡса бүленәсәк, – тине Башҡортостан Башлығы.

Уның фекере буйынса, бөгөн фермерҙар әүҙем рәүештә яңы ауыл хужалығы техникаһын һатып алырға тейеш.

“Беҙҙә был тема яҡшы китте. Хөкүмәттең ауыл хужалығы эшсәндәре алдында былтырғы йыл өсөн техника һатып алыуға 400 миллион һум самаһы бурысы йыйылды, беҙ мотлаҡ иҫәпләшәсәкбеҙ. Был ыңғай динамиканы туҡтатмаҫҡа һәм артабан дауам итергә кәрәк. Фермерҙарға яҡшы шарттар тәҡдим ителә. Зинһар өсөн, техника һатып алығыҙ, уны модернизациялағыҙ. Беҙ өс йыл эсендә бик күп ауыл хужалығы техникаһы һатып алдыҡ. Мин республикаға еткселек итә башлаған саҡта, шунда уҡ ныҡ ҡоролоҡ булған 2010 йыл тураһында әйттеләр. Күрәһең, һәр етәксенең дә үҙ 2010 йылы булырға тейештер. Быйылғы йыл хатта ауырыраҡ та булды, – тине ул.  

 

 

 

Фото: Инстаграм. 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2021-09-09/orolo-tan-zyyan-k-rg-n-rayondar-yar-am-alasa-2498024
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас