

Инвестиция һабантуйы сиктәрендә бик күп саралар үтәсәк.
Шуларҙың береһе - милли аш-һыу конкурсы. Унда һәр теләгән хужабикә ҡатнаша ала. Теркәлеү өсөн +7 917 745-17-83 һандарына шылтыратырға кәрәк. Сара Сибай ҡалаһында Үҙәк майҙанда уҙғарыла. Милли аш-һыуҙың тәме, еҫе, биҙәлеше иҫәпкә алына. Ҡатнашыусылар милли кейемдә булырға тейеш. Еңеүселәргә һәр төрлө номинацияла дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр, аҡсалата премиялар тапшырыла.
Рәхим итегеҙ!