ИҠТИСАД
6 Сентябрь 2021, 16:21

Сибайҙа Валерия сығыш яһаясаҡ

*

Сибайҙа Валерия сығыш яһаясаҡСибайҙа Валерия сығыш яһаясаҡ
Сибайҙа Валерия сығыш яһаясаҡ

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә Сибайҙа Инвестһабантуйҙа йырсы Валерия сығыш яһаясаҡ.

«Урал аръяғы-2021» 3-сө бөтә Рәсәй инвестиция форумы 10 сентябрҙә Стратегик инициативалар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамына уҙғарыла.

Форум программаһы эшлекле һәм мәҙәни программаларҙы берләштерә. Ҡатнашыусыларҙы сәнәғәт комплексы, ауыл хужалығы, эске туризм һәм иҡтисад үҫеше темаларына арналған стратегик сессиялар, шулай уҡ гастрономик һәм музыкаль фестивалдәр көтә.

Мәҙәни-күңел асыу программаһы 15:00 сәғәттә «Street beat» шоу-концертынан башлана. Артабан кисте Сибай коллективтары дауам итә. 21:30 сәғәттә сәхнәгә йырсы KARINA сыға. Ә 22:00 сәғәттән алып Валерия хедлайнер булараҡ сығыш яһаясаҡ. Сара байрам фейерверкы менән тамамлана.

 

Фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас