ИҠТИСАД
4 Сентябрь 2021, 16:11

Кеҫә телефоны аша ҡала-ара автобустарына билет алып була

Бының өсөн нимә эшләргә?

Кеҫә телефоны аша ҡала-ара автобустарына билет алып булаКеҫә телефоны аша ҡала-ара автобустарына билет алып була
Кеҫә телефоны аша ҡала-ара автобустарына билет алып була

Хәҙер кеҫә телефоны аша ҡала-ара автобустарға билет һатып алып була. Бының өсөн ниндәй ҙә булһа ла гаджетҡа «Автовокзалы Башкортостана» тип аталған мобиль ҡушымтаны күсереп, уның ярҙамында пассажирҙар кәрәкле маршрут буйынса автобусҡа билет ала ала. Билетты һатып алғандан һуң пассажирҙың шәхси кабинетында заказдың номеры һәм маршрут квитанцияһы күренә, уның принтер аша сығарырға йәки контролерға күрһәтергә мөмкин. Электрон билет булғанда автобусҡа ултырған ваҡытта паспортты күрһәтергә кәрәк буласаҡ.

Быйыл рсепубликала ҡала-ара һәм төбәк-ара маршруттар буйынса пассажирҙар һаны артыуы күҙәтелә. 2019 йылда  «Башавтотранс» предприятиеһы ҡала-ара маршруттарында 604,5 мең кешене, ә төбәк-ара маршруттарында 107,5 мең кешене ташыған. Быйыл төбәк-ара автобустарҙа 200 мең пассажир, ә ҡала-ара маршруттарында 710 мең кеше хеҙмәтләндерелгән. Был ике йыл элек бер ниндәй сикләүһеҙ булған осор менән сағыштырғанда 25 процентҡа күберәк.

 

 

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас