ИҠТИСАД
4 Сентябрь 2021, 05:07

Инвестһабантуйҙа ниндәй саралар ҡаралған?

Тиҙҙән Сибай ҡалаһында  "Урал аръяғы-2021" III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтәсәк. 

Инвестһабантуйҙа ниндәй саралар ҡаралған?Инвестһабантуйҙа ниндәй саралар ҡаралған?
Инвестһабантуйҙа ниндәй саралар ҡаралған?

Сибай ҡалаһында тиҙҙән "Урал аръяғы-2021" III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтәсәк. Сараны ойоштороусылар - Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы.

Ике көн дауамында - 10 һәм 11 сентябрҙә - спикерҙарҙы, форумда ҡатнашыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы бай һәм эшлекле программа көтә. Инвестһабантуйҙы ойоштороу "Роспотребнадзор"ҙың барлыҡ кәңәштәрен иҫәптә тотоп үткәрелә.

Тәүге көн ҡатнашыусыларҙы теркәү менән башланасаҡ. Артабан стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса "Global Management Challenge" Халыҡ-ара чемпионатының төбәк этабы финалы старт аласаҡ һәм төп сара тантаналы асыласаҡ. Инвестһабантуй артабан төрлө залдарҙа дүрт стратегик сессияла дауам итәсәк. Мәҫәлән, "Йәшел үҫеш.GreenBook. Һаҡсыл етештереү технологияһы" сессияһын ойоштороусылар булып тәбиғи байлыҡтарҙы һаҡлау һәм яҡлау буйынса Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Рәсәй экологик йәмғиәте тора. Ул кинотеатр залында үтәсәк.

"Рәсәй шәхси-ярҙамсыл хужалығы: һандар, баһа һәм билдәләү" (прогнозы) сессияһының ойоштороусылары булып Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы һәм Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы сығыш яһай. Шулай уҡ туризм индустрияһы буйынса проекттар, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, төбәк-ара хеҙмәттәшлек юлдары һәм мөмкинлектәре буйынса фекер алышыуҙар ҡаралған.

Эшлекле сараның иң сағыу программаһы булып "Ҡумыҙфест", Башҡортостандың милли кухнялары фестивалдәре буласаҡ.

Сараның тулы программаһы менән түбәндәге һылтанма аша таныша алаһығыҙ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52582

 

 

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2021-09-03/invest-abantuy-a-nind-y-saralar-aral-an-2491143
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас