ИҠТИСАД
4 Сентябрь 2021, 16:37

“Бизнес-уйын” ни өсөн кәрәк?

“Процестар фабрикаһы” конкурсында “Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты” һәм “Мәләүез минерал ашламалары” йәмғиәттәре үҙ көсөн һынамаҡсы.

“Бизнес-уйын” ни өсөн кәрәк?“Бизнес-уйын” ни өсөн кәрәк?
“Бизнес-уйын” ни өсөн кәрәк?

Етештереү һәм рационалләштереү буйынса ил кимәлендә тәүге конкурс уҙғарыласаҡ. “Процестар фабрикаһы” тип аталған һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты нигеҙендә үткәрелгән был сарала беҙҙең республиканан ике предприятие ҡатнашыр тип көтөлә.

“Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты” һәм “Мәләүез минерал ашламалары” йәмғиәттәре был сараны ойоштороусыларға ғариза ебәргән. Конкурс Екатеринбургта 25 - 29 октябрҙә үткәреләсәк.

“Процестар фабрикаһы” – үҙенсәлекле бизнес-уйын, ул һаҡсыл етештереү ҡоралдарын ҡулланыу йәһәтенән ғәмәли тәжрибә алырға, шулай уҡ предприятиеның финанс күрһәткестәренә – үҙҡиммәткә, төшөмгә һәм табышҡа – йоғонтоһон баһаларға ярҙам итә”, – ти  республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса, федераль үҙәктең генераль директоры Ирина Жук әйтеүенсә, ярыш майҙансығында командалар үҙ белемен һәм таһыллығын күрһәтә аласаҡ. Юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн етештереү процестарын оптималләштерә белеү ҙә кәрәк буласаҡ.

 

 

 

Фото: Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы сайты.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-09-02/biznes-uyyn-ni-s-n-k-r-k-2488718
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас