

Хәбәр итеүебеҙсә, 10-11 сентябрҙә Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтәсәк. Сара Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ҡатнашлығында ойошторола.
Программала стратегик сессиялар, "түңәрәк өҫтәл"дәр, фестивалдәр ҡаралған. Барлыҡ саралар "Роспотребнадзор"ҙың талаптарын теүәл үтәп ойоштороласаҡ.
Сара барышында бер нисә мөһим килешеү төҙөү ҙә күҙаллана. Мәҫәлән, Башҡортостан Хөкүмәте менән “Макдоналдс” араһында. “Урал аръяғы-2021” фестивалендә был йәмғиәттең генераль директоры Марк Карена ҡатнашырға теләк белдергән. Компания Башҡортостанда “Макдоналдс” тиҙ хеҙмәтләндереү предприятиелары селтәрен төҙөү һәм үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя, ошоға ярашлы киләһе биш йылда республикала тағы ете предприятие булдырырға ниәтләй. Улар тарафынан һалынасаҡ дөйөм инвестиция күләме – 650 миллион һумға яҡын. Һөҙөмтәлә 600 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк тип күҙаллана.
Бынан тыш, “Роналд Макдоналдтың ғаилә бүлмәһе” тигән бушлай ҡунаҡхана асыу мәсьәләһе лә ҡарала. Бында Башҡортостандың бер һаулыҡ һаҡлау ойошмаһында дауаланған балаларҙың ата-әсәләре йәшәй аласаҡ.
“Ғаилә бүлмәһе” проекты илдең ете ҡалаһында – Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Чебоксарҙа, Түбәнге Новгородта, Һарытауҙа, Ульяновскиҙа һәм Воронежда тормошҡа ашырыла. Ул дауаханаларҙа ата-әсәләр менән балалар өсөн өй шарттарына яҡын ял бүлмәләре булдырыуҙы күҙ уңында тота.
"Урал аръяғы төбәген һәм республика иҡтисадын артабан үҫтереү өсөн инвестициялар йәлеп итеүҙә мөһим роль уйнаясаҡ ҡарар ҡабул ителде", - тине яҡын арала төҙөләсәк килешеү тураһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Фото: pravitelstvorb.ru