

Башҡортостан кешеләре “Рәсәй байлыҡтары” онлайн-тауыш биреүендә ҡатнашып, республиканың туристик объекттарына ярҙам итә ала. Бының өсөн russia.nat-geo.ru һылтанмаһы аша үтергә кәрәк. Теге йәки был туристик объект өсөн тауышыңды 10 октябргә тиклем ҡалдырырға була. Шулай уҡ сикләнмәгән тапҡыр тауыш биреп була, әммә тәүлегенә бер тапҡырҙан да йышыраҡ түгел.
“Рәсәй байлыҡтары” проектын National Geographic Traveler журналы башлап ебәрҙе. Күҙаллауҙар буйынса, был проект илдең иң мөһим һәм популяр урындарын асыҡлап ҡына ҡалмаҫ, ә илдең туристик картаһында яңы нөктәләр асыу мөмкинлеген дә бирер.
Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин белдереүенсә, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен булдырыу тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенең традицион һәм һөҙөмтәле формаһы булып тора. Был тармаҡта беҙҙең төп бурыс – уларҙы үҫтереүҙе дауам итеү. Был ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Экология” милли проекты маҡсаттарына тура килә.
Проектта Башҡортостандан ун туристик урын һәм объект ҡатнаша. Уларҙың номинациялары төрлө.
“Янғантау” геопаркы - “Тәбиғәт объекты” номинацияһында
Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағы – “Туристик һуҡмаҡ”
Шүлгәнташ мәмерйәһе – “Мәҙәни-тарихи объект”
“Ҡандракүл” тәбиғәт паркы – “Пляж, һауыҡтырыу йәки рекреация курорты”
Башҡорт кейеҙе – “Халыҡ кәсебе”
Башҡорт солоҡ балы – “Милли кухня”
“Арт-Квадрат” ҡала үҙәге – “Йәмәғәт киңлеге”
Инйәр, Ағиҙел, Эҫем, Еҙем, Әй, Йүрүҙән йылғалары буйлап йөҙөү – “Йылға һәм диңгеҙ круизы”
“Ваҡыт йылғаһы” тарихи реконструкция фестивале – “Традицион байрам”
“Башҡортостан оҙон ғүмерлеге. Туризм” проекты – “Экскурсия маршруты” номинацияһында.
Тауыш биреү һөҙөмтәләре быйыл ноябрь айында Nat-geo.ru сайтында һәм National Geographic Traveler журналында баҫыласаҡ.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: splavpobeloy.ru