ИҠТИСАД
4 Сентябрь 2021, 16:41

Аҡъярҙа массаж салоны асыла

Хәйбулла районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә мөһим инвестиция проекты ҡаралды.

Аҡъярҙа массаж салоны асылаАҡъярҙа массаж салоны асыла
Аҡъярҙа массаж салоны асыла

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районы хакимиәтендә муниципалитет башлығы Рөстәм Шәрипов уҙғарған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә мөһим инвестиция проекты ҡаралды. Йүнсел Айсара Сәйфуллина Аҡъяр ауылында аппарат массажы салонын асырға ниәтләй. Проект йыһаз һәм ҡорамалдар һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн инвестициялар йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Эшҡыуар хеҙмәттәр күләмен арттырырға планлаштыра, был иһә ауыл халҡы өсөн өҫтәмә эш урындары булдырасаҡ. Проект буйынса планлаштырылған инвестициялар күләме 300 мең һум тәшкил итәсәк.

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡатнашыусыларға массаж салонын асыу йәһәтенән бина мәсьәләһендә булышлыҡ итергә, мәғлүмәт-консультация ярҙамы күрһәтергә ҡушылды.

 

 

Фото: Хәйбулла хакимиәте сайты.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-09-02/a-yar-a-massazh-salony-asyla-2488677

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас