ИҠТИСАД
3 Сентябрь 2021, 09:05

Радий Хәбиров ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

Ҡоролоҡтан һәм урман янғындарынан иң ҙур зыян күргән райондар иҫәбендә - Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр һәм Ейәнсура.

Радий Хәбиров ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса кәңәшмәлә ҡатнаштыРадий Хәбиров ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты
Радий Хәбиров ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

Кисә Хәйбулла районында "Берҙәм Рәсәй" Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса мәсьәләгә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты.

Быйылғы ҡоролоҡтан иң ҙур зыян күргән биләмәләр рәтенә Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары ҡарай. Иң күп урман янғындары ла тап ошо райондарҙа булды, шулай уҡ һауа торошо ла ауыл хужалығы культуралары үҫешенә тәьҫир яһамай ҡалманы. Сентябрь башына аграрийҙар сәсеү майҙанының 95 процентын йыйып, бөтәһе 1,9 млн тонна ашлыҡ тупланы. Яҡынса уңыш күләме бер гектар майҙандан 13 центнер тәшкил итте.

Республика Хөкүмәте вице-премьеры, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, республиканың Ауыл хужалығы министрлығында Башҡортостан территорияһында ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен йомшартыу буйынса штаб булдырылған. Штаб урып-йыйыу эштәрен, мал аҙығы әҙерләү һәм төбәктә орлоҡ запасын булдырыуҙы контролдә тота.

Йәйге осорҙа республиканың байтаҡ райондарында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде, ошоноң нигеҙендә күп аграрийҙарға кредиттарын, ауыл хужалығы техникаларын лизинг ярҙамында алғандарға түләү ваҡыты оҙайтылды. Бындай ярҙам Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы кимәлендә күрһәтелгән.

"Ауыл хужалығы етәкселәренә ярҙам кәрәкһә, улар район хакимиәте аша Ауыл хужалығы министрлығына мөрәжәғәт итә ала. Беҙ шулай уҡ ҡоролоҡтан зыян күргән хужалыҡтарға мал аҙығы һәм фураж менән ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ. Әле республиканың Финанс министрлығы менән берлектә субсидия биреү мөмкинлектәре ҡарала",-тине Илшат Фәзрахманов.

Район башлыҡтары был ҡарарҙың мөһим булыуын билдәләне. Вице-премьер финанс ярҙамы мәсьәләһе ике аҙнала хәл ителәсәген билдәләне.

Эштең йәнә бер йүнәлеше булып ауыл хужалығы эшсәндәрен сифатлы орлоҡ фонды һәм ашламалар менән тәьмин итеү тора. Район башлыҡтары әйтеүенсә, киләһе миҙгелгә элиталы орлоҡ һатып алыу быйылғы ҡоролоҡ осоронда фермерҙарҙың хәленән килмәй.

- Орлоҡ һәм яғыулыҡ-майлау материалдары - аграрийҙар өсөн иң мөһиме һәм күп сығым талап иткәне, - тип дәлилләне Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов та.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар көньяҡ Башҡортостан райондарында мелиорация эше буйынса ла фекер алышты, был йүнәлештәге эш иң беренсе нәүбәттә Урал аръяғы райондарында үҫешергә тейеш, тигән ҡарарға килделәр.

 

 

 

Фото: Олег Яровиков.

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2021-09-03/radiy-h-birov-orolo-e-emt-l-ren-b-t-r-buyynsa-k-shm-l-atnashty-2490115
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас