ИҠТИСАД
1 Сентябрь 2021, 16:50

Аграрийҙар ең һыҙғанып булған уңышты йыя

Илдар Галиндың фермер хужалығында иген уңышы гектарынан 1,2 центнер тәшкил итә. Башҡа хужалыҡтарҙа ла  ҡоролоҡ үҙ эшен эшләгән. Әммә игенселәр булғанды йыйып алырға тырыша.

Аграрийҙар ең һыҙғанып булған уңышты йыяАграрийҙар ең һыҙғанып булған уңышты йыя
Аграрийҙар ең һыҙғанып булған уңышты йыя

Илдар Галин:

--Йәй ҡоролоҡло самаһыҙ эҫе торҙо, ямғыр булманы тиерлек, ҡоролоҡ буйынса ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Ҙур зыян күрһәк тә, булған уңышты йыйып алырға кәрәк. Эшселәр иртәнән кискә тиклем баҫыуҙа эшләй.  Комбайнсылар  Ислам Мортаев һәм Наил Дәүләтшин ике комбайнда урып йыялар,  Риф Михайлов “КамАЗ”д иген ташый.  

Урып йыйыу конвейеры менән фермерҙың уң ҡулы, бригадир, Бүребай ауылынан Сергей Степанов етәкселек итә. Уның оператив эш итеүенә бәйле,  боҙолған техника тиҙ арала сафҡа индерелә. Ул бер үк ваҡытта завхоз, иретеп йәбештереүсе, водитель дә. Тейәгестә пенсионер Шамил Ишемғолов эшләй. Эшселәр ашнаҡсы Зөһөрә Зәйнәғәбдинованың тәмле аштарынан бик ҡәнәғәт.

Ринат  Иманғолов фотоһы

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас