

Күптән түгел шәхси эшҡыуар Тәлғәт Дәүләткилдин Хәйбулланың Аҡъяр ауылында "Доброцен" магазинын асҡан. Бының өсөн ул 1964 йылда төҙөлгән элекке һөт заводы бинаһын һатып алып, унда капиталь ремонт эшләгән.
Әйткәндәй, был проект үткән йылда Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үткәргән "Инвестиция сәғәте"ндә ҡаралған. Үҙ проектын тәҡдим иткән эшҡыуар ер бүлемен алыуҙа, бинаға электр уты, һыу, газ үткәреү буйынса тейешле истанцияларҙан рөхсәт алыу өсөн ярҙам итеүҙәрен һорай. Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға район хакимиәте башлығы проект авторына бар яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡуша. Һөҙөмтәлә эшҡыуарҙың тәҡдим иткән проекты тормошҡа ашырыла башлай, магазин асыла.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты