ИҠТИСАД
24 Август 2021, 17:32

Донъя баҙарына йөҙ тотоусылар өсөн ярҙам

Үҙ продукцияһын сит ил баҙарына сығарыу менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарҙан тауарҙы сертификатлауға бәйле сығымдарҙы өлөшләтә ҡайтарыу өсөн ғаризалар ҡабул итәләр.

Донъя баҙарына йөҙ тотоусылар өсөн ярҙамДонъя баҙарына йөҙ тотоусылар өсөн ярҙам
Донъя баҙарына йөҙ тотоусылар өсөн ярҙам

Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы продукцияһын сит ил баҙарына сығарыу менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарҙан тауарҙы сертификатлауға бәйле сығымдарҙы өлөшләтә ҡайтартыуға ғаризалар ҡабул итә. Был эш ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

Ошо милли проекттың “Сәнәғәт экспорты” федераль проекты Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланған һәм бер ай барасаҡ. Ярҙам күрһәтеләсәк сәнәғәт тармаҡтарының исемлеген киңәйтеүҙән тыш, был механизм мотлаҡ тип билдәләнгән сертификатлау буйынса ғына түгел, ә ирекле алынғандарына ла компенсация бирә. Экспортсылар продукцияны теркәүгә һәм уға лаборатор, клиник һынауҙар үткәреүгә киткән сығымдарҙың 80 процентына саҡлы экономиялай ала.

Быйыл ошо ярҙамды күрһәтеүгә, Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы хәбәр итеүенсә, ҡаҙнала 540 миллион һум бүлеү ҡаралған.

 

 

 

 

Фото: БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы сайтынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-08-24/milli-proekt-ur-m-mkinlekt-r-asa-2477619
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас