

Мәләүездә “Аркада” сәнәғәт берекмәһе” йәмғиәте “Алға” махсус иҡтисади зонаһында эшләү өсөн “Һанлы ҡорамалдарҙы ла белгән тегеү операторы” һөнәренә өйрәнсектәр йыя. Уҡыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты сиктәрендә ойошторола.
Эш эҙләгән Мәләүез ҡалаһы һәм районы халҡы өсөн берекмә мәшғүллеккә арналған осрашыу үткәрҙе. Унда килеүселәр буш урындар һәм хеҙмәт шарттары менән танышты. Осрашыу, шул иҫәптән, тегеүсе һөнәренә уҡыуға йәлеп итеүҙе лә маҡсат итеп ҡуйғайны.
Уҡытыу үҙәге директоры урынбаҫары Светлана Ҡадимова был һөнәр буйынса уҡыу программаһы тураһында ентекле һөйләне, ойоштороу шарттары хаҡында аңлатты. “Аркада” берекмәһенең бүлек етәксеһе Гөлназ Наставшева тегеү тармағында эшләүҙең өҫтөнлөктәре, хеҙмәткә түләү һәм социаль гарантиялар тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙе.
Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан