ИҠТИСАД
22 Август 2021, 12:48

Быйыл райондың ете ауылында кәрәҙле элемтә ҡуйыла

Әлеге ваҡытта Аҡъюл һәм Вәзәмдә бәләкәй станциялар урынлаштырылды

Быйыл райондың ете ауылында кәрәҙле элемтә ҡуйылаБыйыл райондың ете ауылында кәрәҙле элемтә ҡуйыла
Быйыл райондың ете ауылында кәрәҙле элемтә ҡуйыла

Аҡъюл һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауылдарында кәрәҙле элемтә барлыҡҡа килде. «МТС» компанияһы тарафынан бәләкәй база станциялары ҡуйылды.

Эштәр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса башҡарылды. Август башында республика етәксеһенең Хәйбулла районында эш сәфәре барышында урындағы халыҡ элемтә юҡлығы мәсьәләһен күтәргәйне.

Башҡортостан Башлығы Өфөлә кәрәҙле элемтәнең иң ҙур төбәк операторҙары вәкилдәре менән орашыу барышында райондың ете ауылында бәләкәй станциялар ҡуйырға ҡарар ҡабул ителде. Яҡын арала бындай станциялар тағы биш тораҡ пунктта – Урыҫбай, Аҡнаҙар, Һаҡмар-Наҙарғол, Үрнәк һәм Оло Арыҫланғол ауылдарында барлыҡҡа киләсәк.

–Урман янғындары сығыуына бәйле республика етәксеһе Хәйбулла районының ете ауылында элемтә юҡлығы мәсьәләһен хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Мобиль операторҙары менән берлектә бәләкәй ҡеүәттәге база станцияларын ҡуйыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Шуны әйтергә кәрәк, ошо сораҡта был проблеманы хәл итеүҙең иң тиҙ варианты. Хәҙер ғүмер өсөн ҡатмарлы һәм хәүефле ситуацияларға тарығанда эскстренлы хеҙмәттәрҙе кеҫә телефоны ашаярҙамында саҡырта ала, - ти Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Бәләкәй база станциялары тораҡ пункттарҙа ғәмәлдә булған элемтә каналдарында урынлаштырылған. Ҡорамал 3G стандартын, йәғни аныҡлап әйткәндә тауыш элемтәһе һәм мобиль интернет менән файҙаланырға мөмкинлек бирә.

–Айырым микро база станцияларын урынлаштырып, быйыл райондың ете ауылында кәрәҙле элемтә менән тәьмин итәсәкбеҙ. Урман янғыны хәүефе юғары булған зонаға айырым иғтибар бирелде.  Шул уҡ ваҡытта ҡорамалдың бәләкәй ҙурлығы селтәрҙе булдырыу процесын ябайлаштыра һәм тиҙләтә, – ти Башҡортостан Республикаһында МТС директоры Егор Фисюк.

Был проект райондың алыҫ урынлашҡан ауылдарын кәрәҙле элемтә менән тәьмин итеүҙе тиҙ арала хәл итеү булараҡ ғәмәлгә ашырыла.

–Аҡъюл ауылы өсөн был бик кәрәкле проект, сөнки ошо ваҡытҡа тиклем бында элемтә менән проблемалар булды. Уҙған йылда ауылға тиклем оптика-сүс линияһы һуҙылды, ә шуға ла хәҙер кәрәҙле элемтәне тоташтырыу  мөмкин булды, – тип һөйләне Аҡъюл ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Буранбай Илбәков.

Үҙенең шатлығы менән ауыл халҡы ла уртаҡлашты.

– Бында 1987 йылдан йәшәйем, фельдшер булып эшләйем. Беҙҙә кәрәҙле элемтә булдырыласағы хәбәренә бик ҡыуандым. Сөнки элемтәһеҙ эшләүе ауыр. Бынан башҡа балаларым бик алыҫта донъя көтә: бер ҡыҙым – Тажикситанда, икенсеһе – Мәләүез районында, улым – Норильскиҙа. Хәҙер улар менән аралашыуы еңел дә, арзаныраҡ та булыр. Ауылыбыҙ бәләкәй – бында 22 йортта 72 кеше йәшәй. Шуға ҡарамаҫтан беҙгә кәрәҙле элемтә үткәреүҙәре өсөн республика етәкселегенә орәхмәтлебеҙ, – ти Мөнирә Аҡъюлова.

Мини-станция ҡуйылғас та, ауылда йәшәсе йәш егет Арыҫлан Евтеев, тәүгеләрҙән булып элемтәне һынап ҡараны. Ул өйөнә шылтыратып, бик яҡшы ишетелеүен әйтте.

Кеҫә телефоны аша аралашыу мөмкинлегенә Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы ла ҡыуанды.

–Бөгөн беҙҙең ауылда ҡыуаныслы ваҡиға – ниһайәт, беҙгә лә кәрәҙле элемтә китлеп етте. Мобиль селтәрһеҙ бәйләнешкә сығыуы ауыр, бигерәк тә янғындар һымаҡ тәбиғи ҡазаларҙа. Мини-станцияны ҡуйыу ауылдаштарыбыҙҙың тормошон яҡшырытыуҙа үҙ ролен уйнар тип ышанабыҙ, – тип теләне Мөнирә Күскилдина.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас