ИҠТИСАД
20 Август 2021, 17:32

Ҡырмыҫҡалар, сысҡандар, һағыҙаҡтар төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтерә...

Бал ҡорто ла ҡурсалауға мохтаж.

Ҡырмыҫҡалар, сысҡандар, һағыҙаҡтар төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтерә...Ҡырмыҫҡалар, сысҡандар, һағыҙаҡтар төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтерә...
Ҡырмыҫҡалар, сысҡандар, һағыҙаҡтар төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтерә...

Сысҡандар умарталарҙы ҡышлау урынына йыйып алғас, ә айырым осраҡта умарталыҡта саҡта уҡ, ҡорттарҙың ҡышҡы йомғағы барлыҡҡа килгәс, үтеп инә, умартала үҙ ояларын яһай. Улар бал, һитә, үлгән ҡорттар менән туҡлана. Үлгән ҡорттарҙың түшен ашап, эсен генә торғоҙоп ҡалдыра. Умартала сысҡандар йөрөүе, улар тиҙәгенең еҫе ҡорттарҙы тынысһыҙландыра. Сысҡандар, кәрәҙҙәрҙе емереп, ҡорттарҙың тыныслығын боҙоп ҡына ҡалмай, ә уларҙың йомғағы таралыуына, насарланыуына, ҡайһы саҡта ҡорт ғаиләһенең үлеп ҡалыуына сәбәпсе була. Сысҡандар умарта һаҡланған бина эсендә лә кәрәҙҙәрҙе емерә, ныҡлы ябылмаған оя корпустарына, магазиндарға үтеп инә.

 

 Сысҡандарға ҡаршы көрәш саралары

 

Ҡорттар ғаиләләрен сысҡан­дарҙан һаҡлау өсөн, һыуыҡтар башланғас, умарта кейәһенә тимер ышыҡлағыстар (селтәр, япма) ҡуялар. Ҡорттар ҡышлаған ерҙә умарталарҙы йыйып килтер­гәнгә тиклем бөтә сысҡан ояларын быяла вағы ҡушып иҙелгән балсыҡ менән һылап ҡуялар. Сысҡандарҙы ҡапҡан, тоҙаҡ, тәпе, ситлек, ағыуланған алдатҡыс аҙыҡ менән юҡ итәләр. Түбәндәге сараларҙың береһен ҡулланалар: зоокумарин, ратиндан, крысид, ҡурғаш фосфиды.

Был ағыуҙарҙың береһе менән ҡамырҙан, сүпрәнән, бойҙай, һоло бөртөктәренән, икмәктән, ондан, ҡатнаш аҙыҡтан, туң майҙан йәки балдан алдатҡыс эшләйҙәр. Ошо маҡсатта һаҡланған баллы йәки һитәле иҫке кәрәҙҙәрҙе лә файҙаланырға мөмкин. Был ағыуҙарҙы хужалыҡ магазиндарында, ветеринария дарыуханаларында, санэпидстанцияларҙа һатып алырға була.

 

Бал ҡортоноң башҡа ҡоротҡостары

 

Улар – ҡайһы бер бөжәк ашаусы ҡоштар, шулай уҡ умартанан тышта йәшәүсе, бал ҡорттарына һөжүм итеүсе йәки бал ашаусы бөжәктәр. Бал ҡорттарын юҡ итеп, балға һөжүм яһап, улар ғаиләләрҙе көсһөҙләндерә, йыш ҡына продуктлылығын кәметә. Бөжәк ашаусы ҡоштарҙың күбеһе, умарталыҡтарға барып эләгеп, ҡорттарҙы ла юҡҡа сығара, умарталыҡҡа ла зыян килтерә.

Ҡорттар өсөн тиле торма, ҡорт ашаусы (һағыҙаҡ аулаусы) ҡош­тар һәм һайыҫҡан аулаусы ҡоштар; бөжәктәрҙән филант (бал ҡорто бүреһе) һағыҙағы, башҡа төрлө һағыҙаҡтар, тыраштар, сиңерткәләр һәм ҡырмыҫҡалар бигерәк тә ҡурҡыныс. Беҙ ике бөжәккә генә туҡталабыҙ.

 

Ҡырмыҫҡалар

 

Улар бал ҡорто ғаиләһенә үтеп инә һәм, үҙ ояларына ташып алып, балды урлай. Күпләп һөжүм иткәндә улар тәүлек эсендә килограмға тиклем һәм унан да күберәк балды алып китә ала, шулай ук ҡорттарҙың йомортҡаларын ташый һәм хатта ҡарышлауыҡтарҙы ашай. Ҡайһы саҡта ҡырмыҫҡалар үҙ ояларын умарта стеналары буйындағы бушлыҡҡа ҡора, ә ҡайһы саҡта ямғырҙар ваҡытында үҙ ҡарыш­лауыҡтарын умарталарҙың йы­лытҡыс яҫтыҡтарына күсерә.

Беҙ һәр ваҡытта ла ҡырмыҫ­ҡаларҙы файҙалы бөжәктәр, урман “санитарҙары”, ҡоротҡос бөжәктәрҙе юҡ итеүселәр тип иҫәпләйбеҙ. Әммә умартасы­лыҡҡа уларҙың төҙәтеп бул­маҫлыҡ зыян да килтереүе ихтимал. Шуның өсөн, әгәр ҙә үҙе­геҙҙең умарталыҡ эргәһендә ҡырмыҫҡа иләүен күреп ҡалһа­ғыҙ, айырым урынға, умарта­ларҙан алыҫыраҡка күсерегеҙ. Бал ҡорто ғаиләһенә үтеп инмәһен өсөн, умарта аҫтындағы ҡаҙыҡтарҙы автол, солидол йә башҡа майҙар менән майларға кәрәк.

 

Һағыҙаҡтар

 

Һағыҙаҡтар умартаға инеп, бал, ә ҡайһы саҡта үҙ ҡарыш­лауыҡтарын ашатыр өсөн бал ҡорттарын алып китә. Улар күп төрлө. Ғәҙәттәге уртаса ҙурлыҡ­тағы һары урман һағыҙағы бал ҡорттарына бигерәк тә йыш зыян килтерә. Улар ғаиләгә берләшеп йәшәй, умартаға август, сентябрь айҙарында һөжүм итә.

Ғәҙәттә, иртә менән, һауа температураһы түбән торғанда, ҡорттар хәрәкәтсән булған саҡта һөжүм итәләр, шул ваҡытта умартаға еңел үтеп инеп, бал урларға була. Һағыҙаҡтар үҙ ҡарышлауыҡтарын ваҡ бөжәктәр, ә ҡайһы саҡта бал ҡорттары менән туҡландыра. Йыш ҡына ерҙә ултырған ҡорттарҙы аулай­ҙар.

Һағыҙаҡтарға ҡаршы көрәшеү өсөн яҙ көнө уларҙың инәләрен тоталар, үтә күренеп торған шешәгә тәмле йәки әсегән баллы шыйыҡса һалыу юлы менән дә аулайҙар. Һағыҙаҡ ояларын кисен йәки ямғырлы көндә, бөтә һағы­ҙаҡтар ҙа бергә йыйылған саҡта, юҡ итәләр.

 

Һеҙ быны беләһегеҙме?..

 

* Балауыҙ көйәһен йәшник­тәргә йәки умартаға кәрәҙ менән киптереп һалынған цитрус еме­шенең (әфлисун, лимон, грейпфрут) ҡабығы, шулай уҡ айыу баланы, ҡара тамыр, әрем, ке­йәү үләне һәм башҡа ҡырҡыу еҫле үҫемлектәр ҡурҡыта.

* Балауыҙ көйәһе һарымһаҡ еҫенән ҡурҡа. Әгәр ҙә кәрәҙҙәр һаҡланған йәшниктең йәки умартаның стеналарына һарым­һаҡ һөртһәң, көйә уларға зарар килтерә алмай.

* Ҡырмыҫҡалар һаҙанаҡ үлә­ненән ҡурҡа, уны йоҡа ғына итеп ҡорттар үҙ йомортҡаларын урын­лаштыра торған киндер яп­маға йәки умартаның төбөнә йәйеп һалырға кәрәк. Бигерәк тә ҡырмыҫҡаларға умарта аҫтына һибелгән көл, эзбиз оно яҡшы тәьҫир итә. Ҡырмыҫҡалар умар­таға үтеп инә торған урындарға күмер һөртөп сығыу ҙа етә.

* Көйәнән һәм кимереүсе­ләрҙән ҡурҡытыу ысулы сифатында умартасылар бер йәки бер нисә үҫемлекте: әле генә өҙгән әрем, сәтләүек япрағы, үлмәҫгөл, еҙтөймә, һаҙанаҡ, айыу баланы, эт теле үләндәрен файҙалана, уларҙы умарта эргә­һенә йәйеп һала. Кимереүселәр ул үҫемлектәр еҫенә түҙә алмай, был ерҙе ташлап китә.

* Сысҡандар, ҡомаҡтарға аҡһырғаҡтың япрағын йәки ҡара зирәнең орлоғон онтап, онға бутап, шулай уҡ зәһәрле сүл боросон йомортҡа һарыһына бол­ғатып, тимерҙең бысҡы вағын сүпрәгә ҡатыштырып биреү үле­месле тәьҫир итә. Алдатҡыс­тарҙы кәрәҙҙәр һаҡланған урынға йәки умарталар ҡышлай торған ергә йәйеп һалалар.

 

Умарталыҡтың аҙыҡ базаһы

 

Бал ҡорттарына ла аҙыҡ ба­заһы кәрәк. Бер ҡорт ғаиләһенең йылына бары тик үҙ хәжәтенә 90–100 килограмға тиклем бал һәм 20–30 килограмм һитә ҡулланыуы асыҡланған. Бал, нигеҙҙә, яҙғы-йәйге айҙарҙа, йәғни ҡорттар үрсеүе һәм иң төп бал йыйыу осоронда тотонола. Был тиклем балды йыйыу өсөн ҡорттар оса торған ике саҡрымға тиклемге радиуста төрлө-төрлө бал биреүсе сәскә бик күп булыуы мотлаҡ.

Бындай радиуста ҡорттар өсөн файҙалы ерҙең майҙаны, йәғни ҡорт­тарҙың төйәге 1256 гектар тәшкил итә (әммә был майҙанға ҡорттар файҙаланмай торған урындар, һыу ятҡылыҡтары, соҡор-саҡырҙар, йырғанаҡтар, уңайһыҙ ерҙәр, төҙөлөштәр һәм башҡалар инмәй).

Бал йыйыу урыны алыҫ булһа, ҡорттар осҡан саҡта аҙыҡты күберәк тотона, умартаға һутты әҙерәк килтерә. Бал йыйыу сығанағы ике саҡрымдан алыҫыраҡ булғанда, ҡорттар умарталыҡ менән йәнәштәге үҫемлектәрҙән үҙҙәре йыя алған тиклем йөктөң яртыһын ғына килтереп еткерә.

Бал бирә торған үҫемлек­тәрҙең сәскә ата башлау һәм уның күпмегә тиклем дауам итеү ваҡытын (фенологик күҙә­теү­ҙәрҙе) иҫәпкә алыу ҙур әһәмиәткә эйә. Ошо ваҡытты иҫәпкә алып, төп бал йыйыуға умарталыҡтағы эштәр планлаштырыла, әҙерлек алып барыла.

 

- Рафиҡ НОҒОМАНОВ.

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-08-20/ular-t-tep-bulma-ly-zyyan-kilter-2471797

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас