

Предприятиеларҙың конкуренцияға һәләтлеген күтәреү өсөн республика “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында уңышлы ҡатнаша. Бөгөн уға 113 предприятие йәлеп ителгән.
– Башҡортостанда милли проектта ҡатнашыусы предприятиелар табышының дөйөм күләме 145 миллиард һум тәшкил итте. Маҡсатыбыҙ – 2024 йылға проектҡа 150 предприятиены йәлеп итеү. Беҙ был күрһәткестәргә өлгәшә алыуыбыҙға икеләнмәйбеҙ: бөтә йүнәлештәр буйынса ла эш системалы алып барыла, – тип билдәләне республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Был милли проекттың операторы – Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә төбәк компетенциялар үҙәге. Быйыл ул тейешле федераль сертификацияны уңышлы үтте. Ике квартал һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙәге 45 үҙәк араһында беренсе урынға сыҡты.
Милли проектта ҡатнашыусыларға льготалы займ рәүешендә финанс ярҙам саралары, һалым преференциялары ҡаралған. Республикала был йәһәттән өҫтәмә ярҙам саралары әҙерләнә. Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары предприятиеларға алдынғы “һаҡсыл етештереү” халыҡ-ара ысулдар буйынса производство системаһын булдырырға ярҙам итә.
Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото:yaroslavl-news.net
Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-08-20/milli-proekt-yar-am-itte-2471478