

Һуңғы айҙарҙа кибеттәрҙәге төҙөлөш материалына хаҡ ике-өс тапҡырға, ә ҡайһы бер урында бер нисә йөҙ процентҡа артты. Рәсәй Банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина белдереүенсә, яҡын арала был фатирҙарға хаҡтың арта башлауына килтерәсәк. Был “күтәрелеш”тең сәбәбе нимәлә?
“Инфляция тиҙләнеш алды, әлбиттә, ләкин гиперинфляция тураһында һөйләү арттырыу булыр ине”, – тине Дәүләт Думаһының өс комитетының берлектәге ултырышында Рәсәй Банкы рәйесе урынбаҫары Алексей Заботкин. Уның әйтеүенсә, быйыл апрелгә дөйөм инфляция былтырғы апрелгә ҡарата 5,5 процентҡа артты, ә төҙөлөш материалдарына хаҡты тиҫтәләрсә тапҡырға күтәрҙеләр. Заботкин раҫлауынса, хаҡтарҙың ҡырҡа күтәрелеү процесы бөтә донъяға хас. Сәбәбе – тәрән көрсөклө 2020 йылдан һуң иҡтисад үтә тиҙ аяҡҡа баҫа башланы, ә дөйөм иҡтисад тотороҡлана башлағас та, был инфляция “күбеге” тора-бара “шиңәсәк”.
Тик шуныһы – күпселек йәйге айҙарҙы төҙөлөш өсөн файҙалана: кем йорт һала, кем баҡсаһында өй ҡора, кем фатир ремонтлай... Инфляцияның түбән тәгәрәүен көтөргә булһаҡ, көҙ һәм ҡыш етмәҫме?
Бигерәк тә ағас, ағас юнысҡыһы, металл әйберҙәргә хаҡ артҡан, ә обойға, мәҫәлән, күтәрелмәгән тип әйтерлек. Металл черепицаға хаҡтар, “Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл башынан 13 процентҡа артҡан, ә тыныс 2019 йылда ошо уҡ күрһәткес ике проценттан да аҙыраҡ ине. Юнысҡы плитәләр хаҡы йыл башынан – 21 процентҡа, йышылмаған таҡта 11,7 процентҡа күтәрелгән. “Төҙөлөш материалдарына хаҡ миҙгелгә ярашлы күтәрелә. Ғәҙәттә, ул апрель-май айҙарында арта башлай, декабргә тағы йыл башындағы кимәлгә төшә”, – тип аңлата белгестәр. Дөрөҫ, был осраҡта йыл барышындағы инфляцияға ҡарата “төҙәтмә” индерелә. Тик уныһы, әлбиттә, бөтә төр тауарҙарға ла ҡағыла.
Күптән түгел Федераль антимонополия хеҙмәте (ФАС), Шәхси торлаҡ төҙөлөшө ассоциацияһы мөрәжәғәтенә ярашлы, төҙөлөш материалдары баҙарындағы хаҡтарҙы тикшерҙе. Ассоциация: “Төҙөлөш тауарҙарына күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу хаҡтарының артыуы бер нимәгә лә нигеҙләнмәгән” тип яҙған икән. Был ялыуҙа түбә материалдарына, арматураға, бысылған материалдарға, фанераға һәм төҙөлөш плитәләренә, базальт мамыҡ йылытҡыстарға хаҡтың бер нисә тапҡырға артып китеүе билдәләнгән.
ФАС үҙ яуабында ҡайһы бер баҙар шарттарының йоғонтоһона һылтана. Улар араһында тауарҙың – үҙҡиммәтенең һәм сикләүҙәр алынғас та эске баҙарҙа ихтыяждың артыуы, 2020 йылда ағас әҙерләү күләменең кәмеүе, ә тышҡы баҙарҙа уға мохтажлыҡтың ҡырҡа артыуы күрһәтелгән. Бынан тыш, ФАС әлеге миҙгел факторын да иҫәпкә ала.
– Төҙөлөш материалдарына хаҡтың элекке кимәлгә төшөрөнә өмөт юҡ, айырыуса – металл әйберҙәргә, – ти Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Виктор Евтухов. – Эске баҙарҙа ҡара металл менән сауҙа итеү күләмен һаҡлау өсөн донъя баҙарына сығыу пошлинаһын тоннаһына 70 евроға тиклем күтәрергә ҡарар ителде. Июль башынан дымлылығы 22 проценттан ашҡан ағас материалдар өсөн дә яңы пошлина ғәмәлгә инде, был иһә “эшкәртелмәгән ағасты илдән ситкә сығарыу ҡиммәтерәккә төшәсәк” тигән һүҙ.
ФАС мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтырғы июндән алып быйылғы апрелгә саҡлы тимер рудаһы концентратына һәм ҡара металл һыныҡтарына хаҡ – ике тапҡырға, кокс өсөн күмергә 42 процентҡа артҡан. Әммә барыһы ла баҙар конъюнктураһы менән генә аңлатылмай: ФАС ҡайһы бер етештереүселәрҙең һәм металл һатыу менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың хаҡты күрәләтә арттырыуын асыҡлаған һәм хәҙер уларҙың монополиялылыҡҡа ҡаршы ҡануниәтте боҙоуы буйынса эш ҡуҙғатылған.
- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2021-08-10/bary-yn-da-ba-ar-a-yltar-a-yaramay-2459310