ИҠТИСАД
12 Август 2021, 12:51

Хәйбулланың төпкөл ауылдарында кәрәҙле бәйләнеш булдырыласаҡ

*

Хәйбулланың төпкөл ауылдарында кәрәҙле бәйләнеш булдырыласаҡХәйбулланың төпкөл ауылдарында кәрәҙле бәйләнеш булдырыласаҡ
Хәйбулланың төпкөл ауылдарында кәрәҙле бәйләнеш булдырыласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эре кәрәҙле бәйләнеш операторҙарының вәкилдәре менән кәңәшмә уҙғарҙы. Ҡатнашыусылар Хәйбулла районының алыҫ урынлашҡан һәм бәләкәй тораҡ пункттарында бәйләнеш булдырыу пландары буйынса фекер алышты.

Хәтергә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе Хәйбуллала эш сәфәре менән булғанда ауылдарҙа йәшәүселәр кәрәҙле элемтә менән тәьмин итеү мәсьәләләрен күтәргәйне. Башҡортостандың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин хәбәр итеүенсә, республика халҡының 98 проценты кәрәҙле элемтә менән тәьмин ителгән. Ә Хәйбулла районы буйынса был күрһәткес – 92 процент тәшкил итә.

2020 йылда операторҙар райондың биш тораҡ пунктына кәрәҙле элемтә үткәрҙе. Тағы ла 15 ауылдарҙа үткәрергә кәрәк. Шуларҙың етеһе Әбеш һәм Аҡъюл ауыл биләмәләрендә урынлашҡан. Уларҙа 2 меңгә яҡын кеше йәшәй.

Мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү маҡсатында министр тораҡ пункттарға ваҡытлыса махсус бәләкәй база станцияһы ҡуйырға тәҡдим итте. Был осраҡта бары тик 150 метр радиуста телефон бәйләнеше буласаҡ. Проект ҙур булмаған финанс сығымдар талап итә. Киләсәктә федераль проектҡа ярашлы, райондың барлыҡ ауылдарына киң селтәрле кәрәҙле элемтә үткәреү планлаштырыла. Элемтә операторҙары вәкилдәре был идеяны күтәреп алды һәм ярҙам итергә теләк белдерҙе.

– Хәйбулла районы Ырымбур өлкәһе менән сиктәш, ул республиканың көньяҡтағы терәге. Янғындарҙың күбеһе күршеләрҙән үтеп инә, шуға күрә ошондай мәлдә кәрәҙле элемтә айырыуса мөһим. Мотлаҡ рәүештә эшләргә кәрәк, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.

 

 

 

 

Фото:Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас