ИҠТИСАД
9 Август 2021, 17:00

Хәйбулла йүнселе ит ризыҡтары һатыу нөктәһен булдыра

Район хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә мөһим инвестиция проекты ҡаралды.

Хәйбулла йүнселе ит ризыҡтары һатыу нөктәһен булдыраХәйбулла йүнселе ит ризыҡтары һатыу нөктәһен булдыра
Хәйбулла йүнселе ит ризыҡтары һатыу нөктәһен булдыра

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

 

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов етәкселегендәге "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә сираттағы яңы проект ҡаралды. Был юлы Салауат Торошев район биләмәһендә ит продукцияһы һәм ярымфабрикаттар һатыу буйынса сауҙа нөктәһе асыу буйынса үҙ проектын тәҡдим итте. Проекттың дөйөм хаҡы- 500 мең. 

 

Проектта сауҙа йыһаздары һәм итте эшкәртеү, ярымфабрикаттар етештереү өсөн ҡорамалдар һатып алыуға бәйле сығымдарҙы ҡаплау өсөн инвестициялар йәлеп итеү күҙ уңында тотола. Инвестиция районда ит йүнәлешендәге һорауҙы ҡәнәғәтләндереүгә, халыҡты сифатлы һәм таҙа ит, ит ризыҡтары, атап әйткнәдә ярымфабрикаттар менән тулыһынса тәьмин итеү, өҫтәмә эш урындары булдырыуҙы үҙ эсенә ала.

 

Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашыусыларға тәҡдим ителгән проект нигеҙендә ғәмәлдәге закон сиктәрендә ҡуртымға йәки һатып алыуға бина биреү буйынса эштәр йөкмәтелде.

 

 

 

Автор фотоһы.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-08-09/h-ybulla-y-nsele-it-rizy-tary-atyu-n-kt-en-buldyra-2455212
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас