ИҠТИСАД
7 Август 2021, 05:04

Проектта Башҡортостандан 10 объект ҡатнаша

*

Проектта Башҡортостандан 10 объект ҡатнашаПроектта Башҡортостандан 10 объект ҡатнаша
Проектта Башҡортостандан 10 объект ҡатнаша

National Geographic Traveler журналы “Рәсәй байлығы“ - «Сокровища России» (https://russia.nat-geo.ru/) тип аталған яңы проектҡа старт бирҙе.

Проект иҫәтлекле һәм популяр урындарҙы ғына асыҡлап ҡалмаясаҡ, ә Рәсәй картаһында яңы туристик нөктәләрҙе лә асырға булышлыҡ итәсәк.

Проектта Башҡортостандан төрлө номинацияла 10 туристик объект һәм урын ҡатнаша. Һорау алыу 10 октябргә тиклем дауам итәсәк.

Шулай, “Янған-Тау” ЮНЕСКО геопаркы – “тәбиғәт объекты”, Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағы – “Туристик һуҡмаҡ”, Шүлгән-таш мәмерйәһе – “Мәҙәни-тарихи объект”, “Ҡандрыкүл” тәбиғәт паркы – “Пляж, һауыҡтырыу йәки рекреацион курорт”, башҡорт кейеҙе – “Халыҡ шөғөлө”, башҡорт солоҡ балы – “Милли кухня”, "Арт-КВАДРАТ" ҡала үҙәге – “Йәмәғәт даирәһе”, Инйәр, Ағиҙел, Эҫем, Еҙем, Әй, Йүрүҙән йылғалары буйлап ағыу – “Йылға һәм диңгеҙ круизы”, “Ваҡыт йылғаһы” тарихи реконструкция фестивале – “Йола байрамы”, “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты “Экскурсия маршруты” номинацияларында ҡатнаша.

 

 

Автор:Римма Султанова
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2021-08-07/proektta-bash-ortostandan-10-ob-ekt-atnasha-2453223
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас