ИҠТИСАД
6 Август 2021, 18:57

Владимир Путин Радий Хәбировты маҡтаны

*

Владимир Путин Радий Хәбировты маҡтаныВладимир Путин Радий Хәбировты маҡтаны
Владимир Путин Радий Хәбировты маҡтаны

Бөгөн Әбйәлил районында “Цемикс” заводын асыу тантанаһы булды. Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, унда ил Президенты Владимир Путин да ҡатнашты. Әлеге ваҡытта дәүләт етәксеһе предприятие эшселәре һәм төҙөүселәр менән осраша. Һөйләшеү барышында Владимир Владимирович Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа инвесторҙар өсөн яҡшы шарттар булдырғанға рәхмәт әйтте.

“Мин әле Австрия партнеры менән һөйләштем, ул үҙенең пландары тураһында әйтте. Пландары дүрт этаптан тора һәм инвестициялар күләме лә ҙур, миллион евронан ашыу. Был уларға шарттар булдырған кешеләргә ышаныс билдәһе. Әлеге осраҡта – был республика етәкселеге. Ошоларҙың барыһынан да уңышҡа нигеҙ һалына ла. Уңышлы эшһеҙ һәйбәт перспективалар юҡ, ә бында улар бар”, – тине Владимир Путин.

 

 

 

 

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас